Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күсмә редакция
30 Июль 2020, 17:00

Ярҙамһыҙ ҡалдырмай

Бәләкәй ауылдарҙа етештереү йә эшкәртеү урындары асылып, эшселәр йәлеп ителһә, ауылдың киләсәге булыуына өмөт тыуа. Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Алексей Крючков Степнойҙа үҙ эшен асҡан.

Алексей Анатольевич 2005 йылда ағас эшкәртеү цехы эшен башлап ебәрә. Ҡуртымға 4000 гектар ер алған. Был – Мәсетле районы буйынса иң ҙур күләм.
“Ни өсөн ағас менән шөғөлләнергә булдығыҙ?” – тигән һорауға, ул былай тип яуап ҡайтарҙы:
– Минең олатайым урман эшкәртеү эше буйынса ҙур оҫта ине. Бәләкәйҙән уның менән бергә урманға йыш йөрөнөм, хәлемдән килгәнсә ярҙам иттем. Шулай был эшкә әүрәп, өйрәнеп киттем.
Бөгөнгө көндә Алексей Крючковтың ҡул аҫтында 18 кеше эшләй. Хужалыҡта шәхси автопаркы бар, ул ваҡыты-ваҡыты менән яңыртылып тора. Уҙған йылда ике КамАЗ, бураҙналарҙы культивациялау өсөн “Белорус” тракторы, эшселәрҙе йөрөтөргә ГАЗель автомобиле алынған.
Пилорамала етештерелгән поддондар, пиломатериалдар район һәм республика буйынса ҙур һорау менән ҡулланыла. Киҫелгән ағастар урынына яңыһы ултыртыла, тәрбиәләнә.
Алексей Анатольевич ауыл тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Ауыл һабантуйҙарын үткәреүҙә бағыусылыҡ ярҙамы, Оло Аҡа ауыл советы биләмәһендәге әһәмиәтле социаль проекттарҙа, урындағы башланғыс проекттарҙа ярҙам итә. Шәмбе өмәләренә махсус техникаһын бушлай бирә, йыл һайын янғын һүндереү депоһы бинаһын йылытыуға утын бүлә.
Эшҡыуарҙың киләсәккә планында – ҡорамалдарҙы яңыртыу, лизинг буйынса юғары технологиялы станоктар алыу.