Оло Аҡа ауыл биләмәһе территорияһында Оло Аҡа, Урта Аҡа, Степной ауылдары урынлашҡан. Дөйөм алғанда, уларҙа 1671 кеше йәшәй. Халыҡ мәнфәғәтендә мәктәп, балалар баҡсаһы, почта һәм һаҡлыҡ банкы бүлексәләре, ауыл табип амбулаторияһы, автозаправкалау станцияһы, пилорама, ике мәсет, ете сауҙа нөктәһе, биш крәҫтиән (фермер) хужалығы, китапхана, өс ауыл мәҙәниәт йорто эшләп килә. 2015 йылдан ауыл биләмәһен Вадим Шаһибитдинов етәкләй. 2019 йылда ул икенсе тапҡыр яңынан һайлап ҡуйылды.
– Вадим Игоревич, Һеҙ етәкселек иткән осорҙа ауыл биләмәһе халҡының тормошон яҡшыртыу өсөн ниндәй проекттар ғәмәлгә ашырылды?
– 2016 йылда Урта Аҡа ауылының Йәштәр урамында урамдарҙы яҡтыртыу системаһын яңырттыҡ. 2019 йылда республика программаһы ярҙамында Оло Аҡа ауылына ингән юлды яҡтырттыҡ. Бөгөн Оло Аҡа ауыл биләмәһенә ҡараған бар торама пункттарҙың һәр мөйөшөн яҡтыртыу буйынса проект әҙерләнгән һәм раҫланған.
Оло Аҡа урта мәктәбендә тәҙрәләрҙе яңы замансаға алмаштырыу буйынса ҙур проект ғәмәлгә ашырылды. Был эштә мәктәп директоры Радис Әхмәтханов менән мәктәп коллективы әүҙем ҡатнашты: проектты ғәмәлгә ашырыуға күп көс һалдылар һәм ваҡыттары менән иҫәпләшеп тормай эшләнеләр.
2017 йылда Берҙәм Рәсәй Бөтә Рәсәй партияһының “Реаль эштәр” проекты буйынса Оло Аҡа ауылында һыу алыу башняһы эшләтеп ебәрелде. Уны эшләтеп ебәреү менән һыу селтәрҙәрендә һыу баҫымы яҡшырҙы, ә селтәрҙең был баҫым-ға көсө етмәй, ҡайҙалыр ағып сыға башланы. Был мәсьәләне быйыл “Урындағы башланғыс-тарға ярҙам” программаһы буйынса хәл итергә уйлайбыҙ.
Шулай уҡ “Реаль эштәр” программаһы буйынса Степной ауылында клубтың ҡыйығы алмаштырылды.
Иң ҙур проект – Оло Аҡа мәҙәниәт йортон ремонтлау. Авария хәлендә булыу сәбәпле ул 2015 йылда ябылғайны. “Бер-ҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй партияһы “Реаль эштәр” программаһы буйынса Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә уны тергеҙеү өсөн аҡса бүлде.
2019 йылда “Заманса ҡала мөхите булдырыу” проекты ғәмәлгә ашырылды: ауыл мәҙәниәт йорто алдында аллея, эскәмйәләр, балалар майҙансығы, урам тренажерҙары менән “Еңеү” паркы булдырылды, хоккей ҡумтаһы ҡуйылды. Хәҙер ул балаларҙың һәм йәштәрҙең яратҡан урынына әйләнде.
– Эшмәкәрлегегеҙҙә кемдәргә таянаһығыҙ?
– Ауыл биләмәһендә бар эштәр һәм барлыҡ проекттар әүҙем халыҡ ярҙамында баш-ҡарыла. Беҙҙә халыҡ татыу, шәмбе өмәләре уҙғарғанда дәррәү сығалар һәм тәртип булдыралар. Ауылдарҙың тышҡы күренешен, ундағы тормошто яҡшыртыуға һәр кем үҙ өлөшөн индерә.
Оло Аҡа ауыл биләмәһендә участка терапевы Азат Ғафаров етәкселегендә ауыл табип амбулаторияһы эшләй. уның менән бергә дүрт шәфҡәт туташы һәм ике санитарка ауыл халҡы һаулығы һағында тора. Амбулатория хеҙмәткәрҙәре асыҡ йөҙлө, иғтибарлы, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙерҙәр.
Оло Аҡа ауылындағы “Ҡояш-ҡай” мәктәпкәсә учреждение-һында ике төрлө йәш төркөмөндә йәш ярымдан алып ете йәшкә тиклемге 52 бала тәрбиәләнә. Мөдир Гөлнара Хәзбиева етәкселегендә эшләгән өс тәрбиәсе һәм уларҙың ике ярҙамсыһы балалар менән уртаҡ тел таба.
Беҙҙең ауыл биләмәһе хал-ҡы театр фестивалдәрендә әүҙем ҡатнаша. Улар Ришат Дигашев етәкселегендә район конкурстарында призлы урындар алып тора.
– Вадим Игоревич, киләсәккә пландарығыҙ менән уртаҡлашмаҫһығыҙмы икән?
– Алдан әйтеп үтеүем буйынса, Оло Аҡала “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы нигеҙендә һыу селтәрен ремонтлау буйынса эште ойошторорға планлаштырабыҙ.
“Тыуған урам” республика проекты буйынса Оло Аҡа ауылының үҙәк урамына асфальт түшәләсәк. Был проектты 2021 йылда ғәмәлгә ашыра башлау ҡаралған. Өс йыл эсендә ул тамамланырға тейеш.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары контейнерҙары өсөн май-ҙансыҡтар эшләп ҡуйыу планлаштырыла. Ошондай бер нисә майҙансыҡты быйыл ҡуйыуҙы ойошторорға уйлайбыҙ.
Тағы ла бер хәл итәһе мөһим бурыс – Урта Аҡа ауылында Аҡа йылғаһы аша күперҙе иҫәпкә ҡуйыу. Уны документ буйынса рәсмиләштерергә һәм ремонтларға кәрәк.