Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күсмә редакция
30 Июль 2020, 13:00

Күмәкләгән – яу ҡайтарған

Степной ауылынан Әхтәровтар ғаиләһе ауыл ерендә һәр кәрәкле эштең башында тора. “Берҙәмлектә – көс, күмәкләгән – яу ҡайтарған” – тап ошо әйтем менән һәр эшкә дәррәү тотона улар.

Альбина Әхтәрова бына инде икенсе тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайлана. Намыҫлы, ҡуйған маҡсаттарына ирешеүсән ҡатынды ауылда хөрмәтләйҙәр, борсоған һорауҙары менән мөрәжәғәт итәләр. Ауылда хәл итәһе төп проблема булып зыяратты кәртәләү мәсьәләһе тора ине.
– Зыярат – беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың, мәрхүм туғандарыбыҙҙың, күршеләребеҙҙең һуңғы төйәге. Кем һуң беҙҙән башҡа уны тәрбиәләр, кем таҙартыр, рәтләп тотор? – ти ул. – Йыл һайын зыяратта шәмбе өмәләре уҙғарып, урыны-урыны менән тимер сетка менән ҡоймаларын алмаштырып, таҙарта инек. Ағас тиҙ серей, шуға ла уны тимергә алмаштырырға кәрәк.
Уҙған йыл халыҡ менән кәңәшләшеп, кәртәләү өсөн кәрәкле әйберҙәр алырға ҡарар итәләр. Альбина Шәрифйән ҡыҙы тормош иптәше Рәлиф Риза улы менән аҡса йыя башлай.
Зыяратты төҙөкләндереү эшендә бар ауыл ҡатнаша. Бергәләп тимер бағана, сетка, тимер ҡапҡа ҡуялар, матур итеп буяталар. Эш әле бөтмәгән, шулай ҙа күп өлөшө күҙгә күренә.
Бынан тыш, Әхтәровтар ғаиләһе үҙ көстәре менән бер нисә йыл элек Степной ауылы эргәһендә Төнгөлдө шишмәһендә быуа булдыра.
– Элек ауыл уртаһында малдар өсөн быуа була торғайны, – ти Альбина Шәрифйән ҡыҙы, – ваҡыт үтеү менән ул ҡороно. Ауыл янында башҡаса һыу ятҡылыҡтары юҡ, шуға ла быуа булдырыу кәрәклеге килеп тыуҙы.
Уны төҙөкләндереү буйынса эштәр бара әле. Ауылдаштар был эштә лә әүҙем ҡатнаша. Сөнки ул бар халыҡ өсөн кәрәк.