Бөтә яңылыҡтар
Күсмә редакция
30 Июль 2020, 16:00

Ауылдың рухи тормошо

Аферал Низамов – Оло Аҡа ауылы мәсете имам-хатибы. Ул быйыл үҙенең 85 йәшлек юбилейын билдәләне. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, мәсеттә әүҙем эш алып бара. Уны яңыртыуға, матурлауға үҙенең күп көсөн һала, аҡсаһын тотона.

Дин әһеле Оло Аҡа ауылында тыуып үҫкән. Урал электромеханика институтын тамамлап, тимер-юл транспорты инженеры һөнәрен ала. Һайлаған юлы буйынса Рәсәй буйлап төрлө ҡалаларҙа эшләй. Түбәнге Кама ҡалаһына килеп урынлаш-ҡас, энергетик булып эшен дауам итә. Фатир алып, ғаиләһе менән 20 йыл ғүмере ошо ҡалала үтә.
Дингә оло йәшкә еткәс баҫа. Төшкө ял ваҡытында бер хеҙмәттәшенең буш ваҡытында намаҙ уҡығанын күреп уйға ҡала, мосолман диненең нескәлектәрен өйрәнә башлай, мәсеткә йөрөй. Шул ваҡыттан башлап намаҙ уҡый, мосолман йолаларын башҡара.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Аферал Мөхәмәт улы тыуған яғына күсеп ҡайта, ҙур булмаған ыҡсым ғына өй һатып ала. Рәсәй ислам университетында уҡып сығып, “Факиһа” мәсетендә имам булып китә.
Аферал ағай беҙҙе “Факиһа” мәсетенең тарихы менән таныштырҙы. Хәҙерге мәсет бинаһы элек бик хәлле кешенең йорто булған. Совет власы урынлашҡас, уны май заводына бирәләр. 90-сы йылдарҙа завод көрсөккә төшә һәм бина буш тора. Шул ауылда йәшәүсе Факиһа һәм Рәхимйән Рәхимовтар уны мәсет бинаһы итеп юллай башлай. Ваҡыт үтә, әммә эш алға бармай. Факиһа апай ире менән Өфөгә Башҡорт-остан Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улына юллана. Осраҡлы хәл арҡаһында ғына, фамилиялары тап килеп, уларҙы ҡабул итәләр. Хәлде һөйләп биреп, бинаны мәсеткә тапшы- рырға рөхсәт алып ҡайталар.
Бөгөнгө көндә мәсет тулыһынса йүнәтелгән, газ һәм һыу үткән. Дини йолаларҙы башҡарыу өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған: намаҙ уҡыу залы, уҡыу залы, аш-һыу бүлмәһе бар. Ҡөрьән уҡырға өйрәнергә ололарҙан тыш балалар ҙа килә.