Бөтә яңылыҡтар
Күсмә редакция
30 Июль 2020, 18:00

Ауылдаштары яҙмышына битараф түгелдәр

Оло Аҡа ауылында Вәлиевтар – бик хөрмәтле ғаилә.

Рита Фазылйән ҡыҙы тыумышы менән Оло Аҡа ауылынан. Үзбәкстандан тыуған ауылына күсеп ҡайтҡас, ауыл хужалығында һауынсы булып эш башлай. Филүс Ратмир улына кейәүгә сыға. Артабан бер нисә йыл магазинда һатыусы булып эшләй.
Бер аҙҙан ғаиләлә үҙ эштәрен – тимерлек асыу уйы килә. Филүс Вәлиев олатаһы арҡылы был һөнәр серҙәре менән бер аҙ таныш.
Тимерлек ауыл ерендә бик кәрәк булып сыға. Урындағы халыҡ ҡаҙаҡ һурғыстан башлап ауыл хужалығы техникаһына тиклем алып килә. Ә яңыраҡ Вәлиевтар ғаиләһе янғын һүндереү машинаһының һыу һауытын йүнәлтеп, халыҡ именлеге өсөн ҙур өлөш индерҙе. Шулай уҡ хоккей ҡумтаһын ҡуйырға ла уларҙан ҙур ярҙам булды.
Тимерлектә һорау буйынса иретеп йәбештереп төрлө изделиелар яһайҙар. Оҫта ҡулда ҡаты тимер ысын сәнғәт әйберенә әйләнә. Ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһының инеү урынындағы ҡыйығы ла уның ҡулы менән эшләнгән.
Ғаилә Оло Аҡа ауыл биләмәһенә һәм ауылдаштарына оло ярҙам күрһәтә. Халыҡты һыу менән тәьмин итеү өсөн Рита Вәлиева һыу торбалары селтәрен хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнә. Торбалар иҫке булыу сәбәпле, уларҙы йүнәтеү буйынса күп эшләргә тура килә. Табыш алыу тураһында был осраҡта һүҙ йөрөтөү мөмкин түгел, шулай ҙа ул был эште ташламай: ауылда һыу үткәргес юҡҡа сығыр тип борсола.