Староста булыуы ла бик еңелдән түгел. Һәр береһенең үтенес-һорауҙарын сабыр ғына тыңларға, кәрәк ерҙә кәңәш биреп, ярҙам итергә лә кәрәк. Бындай вазифаға тик лайыҡлыларҙы ғына һайлайҙар. Ғәйрәтле, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер булғандар ғына башҡара ала.
Урта Аҡа ауылынан Рамул Сәфәров – шундайҙарҙың береһе. Ул һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Бөтә шәмбе өмәләре уның ойоштороуында әүҙем үтә. Шәхси хужалығындағы техниканы ла йәмәғәт эштәренә алып сыға.
Ул Урта Аҡа ауылында тыуған. Йөк автомобилдәре водителе һөнәрен алғас, хеҙмәт юлын тыуған ауылындағы хужалыҡта башлай. Һуңынан оҙаҡ йылдар Оло Ыҡтамаҡ ауылында МПМК ойошмаһында эшләй.
Һәр эшендә тормош иптәше Рәйсә Камил ҡыҙына таяна. Хужалыҡтарында ике баш һыйыр, быҙау ҡарайҙар.
Аҡа ауылы халҡы старостаны хөрмәт итә, уның кәңәштәренә ҡолаҡ һала. Уның етәкселегендә зыяратты кәртәләү буйынса шәмбе өмәһе ойошторолдо.
– Йәмәғәт эшенә халыҡты йыйыу бик еңел эш түгел. Барыһына ла үрнәк күрһәтеп үҙем алдан йөрөйөм, – ти Рамул Сәфәров. –Ауыл гөрләп сәскә атһын өсөн күп көс түгергә кәрәк. Бына бер нисә йыл инде Аҡа йылғаһы аша күперҙе төҙөкләндереү ниәтендә йөрөйөм. “Урындағы башланғыстарға ярҙам” проекты буйынса беҙҙең уйҙар бойомға ашыр, тип өмөтләнәм.