Фәрит менән Алина, ауылдан йыраҡ түгел ерҙә урын алып, ферма төҙөйҙәр, ут, һыу үткәрәләр. Бөгөнгө көндә уларҙың ҡарамағында – 150 баш эре мөгөҙлө мал. Алынған килемде Дыуан районының Сальевка ауылы һөт йыйыусыһына тапшыралар. Бынан тыш, Фәрит Даянов йылҡы үрсетеү менән шөғөлләнә, өйөрҙә 50 баш ат йөрөй. Фермерҙың милкендә 60 гектар ер булһа, тағы ла 40 гектар ерҙе ҡуртымға ала. Сифатлы мал аҙығы йыл-ҡыны, һыйыр малдарын уңышлы ҡышлатыу нигеҙе икәнлеген яҡшы аңлай фермерҙар, шуға ла баҫыуҙа һоло, үлән үҫтерәләр.
Хужалыҡ эше – алһыҙ-ялһыҙ көсөргәнешле хеҙмәт, һәр тине ҙур ауырлыҡ менән килеп инә. Даяновтар ғаиләһенә Фәриттең атаһы Раян Әхмәҙулла улы, туғаны Руслан ярҙам итә.
Яҡын туғандар ташламағанда, бергәләп дәррәү тотонғанда, эш ҡарышмай. Улар үҙ көстәренә генә ышана. Һөҙөмтәлә, хужалыҡта өс трактор, кәрәкле тағылмалар, бесән сапҡыс, бесән йый-ғыс, һөт һауыу аппараты һәм башҡа төр техника бар.
Фәрит менән Алина артабан да үҙ эштәрен киңәйтергә, икмәкхана төҙөп, район магазиндарына һатыуға сығарырға иҫәп тоталар.