Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күсмә редакция
24 Июль 2020, 16:00

Изге эштәр

Оло Ҡыҙылбай ауылында атайсалды ысын йөрәктән яратҡан кешеләр йәшәй.

Бында күп йәш ғаиләләр, донъя ауырлыҡтарына ҡарамай, ситкә сығып китмәйҙәр, ә киреһенсә, тыуған төйәктәрендә төпләнәләр. Ә инде башҡа ауыл-ҡалаларҙа йәшәгәндәр туғандарын һәм ауылдаштарын онотмай, үткәрелгән сараларҙа ҡатнашып, ярҙам итеп торалар.
Шуларҙың береһе – шәхси эшҡыуар Марат Хәйруллин. Өфө ҡалаһында йәшәһә лә, тыуған ауылы Оло Ҡыҙылбайға йыш ҡайтып йөрөй. Быйыл зыяратты кәртәләү өсөн бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән.
Төҙөкләндереү эштәрендә ауылдың йәш быуыны Азат Әҙиәтуллин, Раймир Вафин, Радик Дәүләтшин, Раил Рамазанов, Алик Нәбиуллин, Руслан Сахаев әүҙем ҡатнаша. 110 метр ҡойма алмаштырылған, эштәр тамамланмаған әле.