Клубтың директоры – Наталья Меркурьева. Ул Дыуан районының Яраҫтау ауылында тыуып үҫкән. Һөнәре буйынса биҙәүсе-рәссам. Кейәүгә сыҡҡас, иренең тыуған ере Мәсетле районына күсеп килә. Ул үҙ эшенең ысын оҫтаһы, сән-ғәткә бар күңелен бирә. Уның ойоштороу һәләте һөҙөмтәһендә бына инде ике йыл рәттән Буртаковка ауыл клубы райондың башҡа ауыл клубтары араһында алдынғылыҡты биләй. Наталья Петровнаның 2017 йылда ойошторған “Сударушка” рус фольклор коллективы – клубтың йөҙөк ҡашы. Коллективтың төп эшмәкәрлеге вокал сәнғәтен, йыр мәҙәниәтен, халыҡ ижадын тергеҙеү һәм үҫтереү. Клуб коллективы уның өсөн икенсе ғаилә кеүек.
Ансамблдә Гөлнара Вәкилова, Светлана Власова, Елена Ярушина, Любовь Окунцева, Мария Болотина, Зиларида Хәкимова, Мәрйәм Шафиҡова, Регина Вәлиева шөғөлләнәләр.
Улар төрлө байрамдарҙа, концерттарҙа, районда һәм ауылда үткән төрлө мәҙәни сараларҙа, шулай уҡ Баш-ҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы тарафынан ойошторолған сараларҙа ҡатнашалар. “Баш-ҡортостандың Рустар соборы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы башҡарма комитетының берҙәмлекте һәм ойошҡанлыҡты тәьмин итеүҙә, мәҙәни мираҫты үҫтереүҙә һәм һаҡлауҙа, милләт-ара һәм конфессия-ара тыныслыҡ һәм татыулыҡты нығытыуҙа ҙур өлөш индергәне өсөн бирелгән почет грамотаһы ҙур әһәмиәткә эйә. Быйыл “Сударушка” рус йыры ансамбле Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Тыуған ерем йыр-ҙары” боронғо рус йыры республика конкурсында ҡатнашты.
17 июлдә район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин “Берҙәм фольклор көнө” Бөтә Рәсәй акцияһы сараһында ҡатнашҡандары өсөн район мәҙәниәт бүлегенең Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Клубта йәш быуын менән әүҙем эш алып барыла. Балалар театр коллективы “Балаганчик”, “Театр калейдоскобы” район конкурсында “Мөғжизәле ҡоҙоҡ” әҫәре менән сығыш яһап, III дәрәжә лауреат булды.