Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күсмә редакция
24 Июль 2020, 13:15

Ауылыбыҙҙы күркәмерәк һәм уңайлыраҡ итергә ынтылабыҙ

Әләгәҙ ауыл биләмәһе 1924 йылдың 31 ғинуарында төҙөлә һәм бөгөн Мәсетле районында иң эреләрҙән һанала. Был ауыл биләмәһенең нимәһе менән айырылып тороуы, ниндәй программалар ғәмәлгә ашырылыуы, ниндәй кешеләр йәшәүе тураһында Әләгәҙ ауыл Советы биләмәһе хакимиәте башлығы Тәлғәт Вәлитов менән әңгәмәләшәбеҙ.

– Тәлғәт Мәҡсүт улы, ауыл биләмәһе составына ингән торама пункттар һәм уларҙа йәшәгән халыҡ тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Ауыл биләмәһе туғыҙ ауылдан тора: Борғатья, Буртаковка, Мәләкәҫ, Оло Ҡыҙылбай, Кесе Ҡыҙылбай, Октябрьск, Әй, Сосновка ауылдары һәм ауыл биләмәһе үҙәге – Әләгәҙ.
2020 йылдың 1 ғинуарына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, теркәлгән һәм даими йәшәгән халыҡ һаны – 2841.
Ауыл биләмәһе район үҙәгенән 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Муниципаль берәмек ерҙәренең дөйөм майҙаны 3060 гектар тәшкил итә.
Халыҡҡа медицина ярҙамын Әләгәҙ ауыл табип амбулаторияһы, биш фельдшер-акушерлыҡ пункты күрһәтә. Балалар өс мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына йөрөй, өс башланғыс, бер урта мәктәп эшләй. Ауыл биләмәһе территорияһында янғын һүндереү депоһы, “Газпром газ бүлеү” йәмғиәте бүлеге, автозаправка, ике почта бүлексәһе, өс мәсет, бер ауыл мәҙәниәт йорто, биш клуб, алты китапхана эшләй. Халыҡты аҙыҡ-түлек, хужалыҡ тауарҙары, төҙөлөш материалдары менән тәьмин иткән сауҙа нөктәләре бар (ШЭ Хафизов И. М., Байрамғолова А. В., “Самрау” ЯСЙ-һы).
Ауыл биләмәһендәге иң эре ауыл хужалығы предприятиеһы – “Ҡыҙылбай” ЯСЙ-һы. Уның эшмәкәрлегендәге төп йүнәлештәр булып үҫемлекселек һәм малсылыҡ ҡала. Күптән түгел Әләгәҙҙә был предприятиеның үҙ фирма магазины эшләй башланы. Хәҙер халыҡтың ошо хужалыҡта етештерелгән продукция алыу мөмкинлеге бар.
Шулай уҡ ауыл биләмәһе территорияһында И. Г. Зинәтуллиндың, Ф. Р. Даяновтың, А. А. Әйүповтың крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары эшләп килә. Фермер Әйүпов башҡа шәхси ярҙамсы хужалыҡтар башлыҡтары менән берлектә килем килтереүсе проектта ҡатнаша. Ошондай уңған һәм шәп эшҡыуарҙарҙың ярҙамы менән ауыл ерендә яңы эш урындары барлыҡҡа килә, буш ятҡан һәм сүп үләндәре баҫҡан баҫыуҙар әйләнешкә индерелә, ә халыҡ экологик таҙа һәм сифатлы аҙыҡ менән тәьмин ителә. Улар ирешелгәндәрҙә генә туҡтап ҡалмаҫ, фермер хужалыҡтарын артабан үҫтерер тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Ауыл халҡы мал, ҡош үҫтерә, бал ҡорттары үрсетә.
– Әләгәҙ ауыл биләмәһендә ниндәй халыҡ йәшәй?
– Ауыл биләмәһендә йәшәгән кешеләр – улар, башлыса, үҙ ерҙәрен күркәмерәк һәм уңайлыраҡ итергә ынтылған әүҙем халыҡ. Бында производство алдынғылары, ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф өлкәләренең атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре, почетлы кешеләр йәшәй.
Күп сараларҙы ойоштороуҙа ауыл биләмәһенең ветерандар һәм ҡатын-ҡыҙҙар советтары әүҙем ҡатнаша. Ошо йәмәғәт ойошмаларының ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре менән берҙәм эшләүҙәре һөҙөмтәһендә урындағы кимәлдәге күп мәсьәләләр һәм проблемалар тиҙ хәл ителә.
Беҙ ауылдарыбыҙҙан сыҡҡан билдәле яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Бөгөн ауыл биләмәһе территорияһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ләбип Зарипов, Венгрия ваҡиғаларында ҡатнашыусылар Ғәзим Мофазалов менән Рифат Йәғәфәров йәшәй.
Ауыл биләмәһендә маҡтау-ға лайыҡ кешеләр, производство алдынғылары, орден кавалерҙары, атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәр күп: “Почет билдәһе” ордены кавалеры, партия ойошмаһы секретары Фәнис Мәғәсүмов, атҡаҙанған малсы, II һәм III дәрәжә Хеҙмәт даны ордендары кавалеры Клара Хөснуллина, быҙау ҡараусы, Октябрь революцияһы ордены кавалеры Мәүлиҙә Фәррәхова, сусҡасылыҡ комплексы эшсәне, “Өлгөлө хеҙмәт өсөн ” миҙалы менән бүләкләнеүсе Ираида Севастьянова, токарь-станоксы, Хеҙмәт даны ордены кавалеры Геннадий Корзников, механизатор, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Николай Искорцев.
Ижади шәхестәребеҙ ҙә бар беҙҙең: Лидия Николаевна Голдина оҙаҡ йылдар Әләгәҙ китапханаһында эшләне, район гәзите өсөн мәҡәләләр һәм шиғырҙар яҙа. Гәзит биттәрендә Әләгәҙҙән Владимир Коровкиндың шиғырҙары ла донъя күрә.
Күптәр ҡул эштәре менән шөғөлләнә. Мәҫәлән, Әләгәҙҙән Ая Кашина туҡыма киҫәктәренән тегә, сигенә һәм башҡа ҡул эштәренә маһир. Ул “Акварелька” берләшмәһендә балаларға үҙ оҫталығын уртаҡлаша.
Оло Ҡыҙылбайҙан Фәйрүзә Сафина ябай гәзит ҡағыҙынан иҫ китмәле кәрзиндәр үрә, Әлфиә Фәтихова алмаз сигеүе ярҙамында картиналар тыуҙыра.
Беҙ үҙ һөнәрҙәренә тоғро ҡалған һәм эшенә бар күңелен һалған яҡташтарыбыҙҙы хөрмәт итәбеҙ. Ошондай абруйлы ауылдаштарыбыҙҙың береһе – “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” почетлы исемен йөрөтөүсе Әләгәҙ мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Сәйфетдинова.
Өлкән быуын йәштәр өсөн үрнәк булып тора, Йәштәр ҙә ололарға һәм тыуған ерҙәренә битараф ҡалмай. Нәҡ йәштәр Оло Ҡыҙылбай ауылында зыяратты төҙөкләндереү тәҡдиме менән сыҡты.
2018 йылдан Әләгәҙ ауыл биләмәһе ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереү буйынса әүҙем эш алып бара. Беҙҙең йәштәр район һәм ауыл спорт уйындарында һәр ваҡыт әүҙем ҡатнаша. Ауыл биләмәһендә бигерәк тә мини-футбол менән волейбол популяр булып ҡала.
XXVII республика ауыл спорт уйындары нигеҙендә мини-футбол буйынса район ярыштары Әләгәҙҙә уҙҙы. Унда беҙҙең командалар 2-3-сө урындар яуланы. Ауыл биләмәһе территорияһында сәләмәтлек тороштары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында спорт туризмы буйынса республика ярыштары уҙҙы.
– Ауыл биләмәһендә халыҡтың тормошон һәм ауылдарҙың тышҡы йөҙөн яҡшыртыу өсөн ниндәй маҡсаттар һәм бурыстар ҡуяһығыҙ?
– Хәҙер беҙҙең төп бурыс – ауылдар территорияларының санитария һәм эстетик торошон яҡшыртыу, йәшелләндереү буйынса төҙөкләндереү мәсьәләләрен комплекслы хәл итеү, граждандарға йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Әлбиттә, был мәсьәләләрҙе хәл иткәндә халыҡтың үҙенең ярҙамына таянабыҙ. Шуға күрә ауыл биләмәһе территорияһын тө-ҙөкләндереүгә килгәндә, санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан халыҡҡа һәм ойошмалар етәкселәренә рәхмәт белдерге килә.
Аҙна һайын территорияны таҙартыу буйынса шәмбе өмәһе уҙғарыла, Әләгәҙ ауылы старостаһы тәҡдиме менән ағастарҙы, атап әйткәндә тирәктәрҙе тигеҙләп киҫәбеҙ. Ауыл клубтары, мәктәптәр, балалар баҡсалары менән берлектә төрлө акциялар уҙғарылды. Шулай уҡ йылға һәм шишмәләр эргәһендә шәмбе өмәләре уҙҙы. Ҡыш һыу селтәренә ремонт яһағанда, халыҡтың күбеһе үҙ ярҙамдарын тәҡдим итте.
Халыҡ таҙартыу эштәрендә әүҙем ҡатнаша, өй тирәләрен тәртиптә тоторға тырыша. Яҡшы традиция буйынса, йыл һайын йәй һуңында йәки көҙ башында байрам уҙғарып, өлгөлө йортто, иң оҫта сәскә үҫтереүсене билдәләйбеҙ. Төрлө йылдарҙа конкурста Ғәлимә Хәйбуллина, Әлфиә Ғәлләмшина, Венера Кашапова, Венера Яҡупова һәм башҡалар еңеүсе исеменә лайыҡ булдылар. Эшҡыуарҙар ҙа ауыл тормошонан ситтә ҡалмай. Мәҫәлән Әлфиә Байрамғолова ауыл кәрәк-ярағына бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә.
– Ауыл халҡын нимәләр борсой һәм уларҙың проблемаларын нисек хәл итәһегеҙ?
– Хакимиәт вәкәләтенә тапшырылған өлкәләр, тимәк, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә күп: юлдар, клубтар, урамдарҙы яҡтыртыу, тротуарҙар, ҡоймалар, балалар майҙансыҡтары, сүплектәр. Быларҙың барыһы ла беҙҙең уйлап эшләүҙе талап итә.
Ҡатмарлыҡтар һәр эштә лә булып тора, әммә беҙ уларҙы оҙаҡҡа һуҙмай хәл итергә тырышабыҙ. Араларында ваҡыт һәм ҙур сығымдар талап иткәндәре лә бар. Ундай осраҡтарҙа төрлө программалар ярҙамға килә. Мәҫәлән, 2018 йылда “Бер-ҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй партияһының “Реаль эштәр” проекты буйынса “Родничок” балалар баҡсаһының тәҙрәләре алмаштырылып, капиталь ремонт яһалды, ә уҙған йылда “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы буйынса ҡыйығы капиталь ремонтланды. “Ҡала мөхите” проекты нигеҙендә Әләгәҙ ауылының Совет урамындағы 1-се һәм 2-се күп фатирлы өйҙәрең ихаталары ремонтланды, торба һалынып, парковка урыны эшләнде. Торгтан артып ҡалған аҡсаға алты сүп һауыты һәм эскәм- йәләр алдыҡ. Күп фатирлы йорттарҙың береһендә йәшәүселәр ҡоймаларын ремонтланылар, фатирҙарына һыу үт-кәрҙеләр.
2018 йылдың декабрендә Октябрьск ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды.
2019 йылда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн 59 контейнер алынып, Әләгәҙ, Оло Ҡыҙылбай, Октябрьск ауылдарында ҡуйылды.
Ауыл биләмәһендә юлдар мәсьәләһе мөһим булып ҡала. Биләмә буйлап уларҙың оҙонлоғо 35 километрҙан күберәк тәшкил итә. 2018 йылда Әләгәҙ – Октябрьск ҡасаба-ара юлын ете миллион һумға ремонтланыҡ, Октябрьск ауылының Юбилей һәм Үҙәк урамдарын – 385 мең һумдан күберәк суммаға. 2019 йылда Әләгәҙ – Сосновка, Әләгәҙ – Кесе Ҡыҙылбай ҡасаба-ара юлдары, Әләгәҙ ауылының Кооператив урамы юлы ремонтланды, Тракт урамы, Оло Ҡыҙылбайҙың Баҡса, Ҡыҙыл Армия, Яр буйы, Революция, Күпер урамдары грейдер менән гөрҙөрөп, тигеҙләтелде.
“Тыуған урам” программаһы буйынса Әләгәҙ ауылының Совет урамында 1,5 км оҙонлоғонда юлға асфальт түшәлде, Дауахана урамында асфальт юлдағы соҡорҙар ямалды.
Быйыл Әләгәҙ – Оло Ыҡтамаҡ юлы ремонтланды, Әләгәҙ һәм Октябрьск ауылдарының юлдарындағы соҡорҙар тигеҙләнде, Буртаковка ауылында 2,4 км юл, Әләгәҙ ауылының Аръяҡ, Яңы, Төҙөлөш урамдары юлдары ремонтланды.
840 мең һумдан күберәк суммаға юл билдәләре ҡуйылды. Урамдарҙың исемдәрен, өй һандарын күрһәткән алтаҡталарҙы яңырттыҡ.
“Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй партияһының “Реаль эштәр” проекты – ауыл халҡының тормошон бөгөн яҡшыртыу мөмкинлеге бирә. Шуға күрә беҙ был проектта йыл һайын ҡатнашабыҙ. Быйыл программа нигеҙендә мәҙәниәт йортоноң ҡыйығын яңырттыҡ, бинаның эсенә косметик ремонт яһала.
Оло Ҡыҙылбай ауылында уҡыусылар өсөн автобус туҡталышы ҡуйҙыҡ, халыҡтың һорауы буйынса оҙаҡламай Әләгәҙҙә лә шундай туҡталыш ҡуйыласаҡ.
Йыл һайын һәйкәлдәр территорияһын төҙөкләндерәбеҙ. Әләгәҙ ауылына нигеҙ һалыусы Ташбулатҡа 2018 йылда һәйкәл ҡуйылды.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Ҡала мөхите” программаһын ғәмәлгә ашырыу дауам итә: ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендәге майҙанда футбол яланы, хоккей ҡумтаһы, тренажер майҙансығы, клуб алдында ял зонаһы булдырыласаҡ. Территория кәртәләнеп алынасаҡ. Бынан тыш парковка, тротуарҙар, һүтеп алына торған сәхнә эшләнәсәк, һәйкәл ремонтланасаҡ, биләмә яҡтыртыласаҡ, видеокүҙәтеү ҡуйыласаҡ, тирә-яғына ағастар ултыртыласаҡ. Программа буйынса 10 млн һум бүленгән.
– Пландарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ әле.
– Күп эштәр башҡарылыуға һәм программалар ғәмәлгә ашырылыуға ҡарамаҫтан, хәл итәһе мәсьәләләр ауылда ҡала әле. Урамдарҙы яҡтыртыуҙы яҡшыртыу, төҙөкләндереү, сүп өсөн контейнерҙар алыу һәм уларға майҙансыҡтар ҡуйыу буйынса эштәрҙе башҡараһы бар.
Киләсәктә лә проблемалар-ҙы халыҡ менән бергә кәңәшләшеп хәл иткәндә, күп нәмәгә ирешеп буласаҡ, тип ышанабыҙ.