Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Июнь 2021, 16:15

Өлгөрөп ҡалығыҙ!

“Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһы үҙ уҡыусылары араһында сираттағы бүләк уйнатыу ойошторҙо.

Был юлы Дыуан-Мәсетле ауылынан Гөлназ Вәхитоваға уңыш йылмайҙы. Ул сәй сервизы отто. Ҡотлайбыҙ!
Бүләктәр аҙна һайын уйнатыла, ә төп приздың – телевизорҙың – эйәһе 25 июндә асыҡланасаҡ.
“Яҙыл һәм бүләк от!” акцияһында 2021 йылдың икенсе яртыһына алты айға районкаға яҙылған һәр кем ҡатнаша ала. Киләһе бүләк уйнатыуҙа ҡатнашырға ашығығыҙ!
Кире бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәрегеҙ (телефон һандары) яҙылған квитанцияларығыҙҙың күсермәләрен [email protected] адресы буйынса электрон почтаға көтөп ҡалабыҙ. Шулай уҡ Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Мәктәп урамы, 23 адресы буйынса килтерергә, почта йәки таныштарығыҙ аша ебәрергә мөмкин.
7 июндән 17-һенә тиклем матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө бара. Ошо ваҡыт эсендә “Мәсетле тормошо” гәзитенә 10% ташлама менән яҙылырға мөмкин.
Ун көнлөктә яҙылыу хаҡтары:
“Рәсәй почтаһы” аша
1 айға – 147,67 һум,
6 айға – 886,03 һум;
редакция аша (үҙегеҙгә килеп алырға)
1 айға – 86,44 һум,
6 айға – 518,61 һум;
электрон версия
1 айға – 95,40 һум,
6 айға – 572,40 һум.