Ҡәҙерлебеҙгә һөйөүе һәм хәстәре өсөн сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һин – беҙҙең ғорурлыҡ, ҡыуаныс, шатлыҡ һәм кәңәшсе. Оҙон-оҙаҡ йылдар мул, бәрәкәтле тормошта йәшәүеңде, күңел тыныслығы, яратҡан балаларың һәм туғандарың хөрмәтендә, игелегендә йәшәүеңде теләйбеҙ.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!
Иң изге теләктәр менән улың Марс,
ҡыҙың Зөлфиә, киленең Рита, ейәндәрең Айҙар, Тимур, ейәнсәрҙәрең Әлиә, Алһыу.