Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Май 2021, 11:25

Сысҡандар һәм талпандар һөжүм итә

Ауыл хужалығы эштәре барышында, урманда йөрөгәндә, ял иткәндә, балыҡ ҡаптырғанда, еләк, бәшмәк йыйғанда сысҡан һәм талпандар йөрөткән хәүефле ауырыуҙарҙы йоҡторорға мөмкин.

Быйыл сысҡандарҙың күпләп үрсеүе күҙәтелә. Башҡортостан Республикаһында уҙған аҙнала геморрагик биҙгәк (ГЛПС) йоҡтороуҙың дүрт осрағы теркәлгән, был турала төбәк хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһы буйынса “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак хәбәр итте.
Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы табип-эпидемиологы Рима Алюкова әйтеүе буйынса, Мәсетле районында зарарланыу осрағы теркәлмәгән, әммә район халҡына профилактик саралар тураһында оноторға ярамай:
- шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, урамдан ингәс, мотлаҡ ҡулдарығыҙҙы һабынлап йыуығыҙ;
- аҙыҡ-түлекте сысҡандар үтеп инә алмаҫлыҡ ҡапҡаслы тимер һауытта һаҡлағыҙ. Тәбиғәткә сыҡҡанда, ризыҡтарҙы ябып, ерҙән 1,5-2 метр бейеклеккә алып ҡуйырға йәиһә кимереүселәр үтеп инә алмаҫлыҡ башҡа урынға ҡуйырға кәрәк. Ял итер өсөн түңгәкле, ҡороған ағаслы ерҙә түгел, асыҡ, ҡояшлы аҡланда туҡтау хәйерле;
- асыҡ сығанаҡтарҙан һыу алып эсмәгеҙ, мотлаҡ ҡайнатып ҡулланығыҙ;
- йыуылмаған ҡул менән тәмәкегә, ризыҡҡа тотонмағыҙ;
- тере һәм үле сысҡандарҙы яланғас ҡул менән тоторға ярамай, бейәләй йәиһә резина бирсәткә кейергә кәрәк;
- өйҙө, ҡалала йәшәүселәргә баҡса йорттарын сысҡандар үтеп инә алмаҫлыҡ, оя ҡормаҫлыҡ итеп хәстәрләргә;
- кимереүселәр менән көрәштә шәхси хәүефһеҙлек сараларын үтәп, халыҡтың көнкүрешендә файҙаланыуға рөхсәт ителгән махсус эшкәртеү сараларын балалар ҡулы етмәгән, аҙыҡ-түлектән йыраҡ булған урындарға һалып сығырға мөмкин.
Әгәр ҙә һеҙ буш торған өйгә индегеҙ икән, шунда уҡ уның тәҙрә, ишектәрен асып елләтегеҙ. Түшәк-яҫтыҡты ҡояшта әйләндереп киптерегеҙ, саңын ҡаҡҡанда битегеҙҙе ҡаплағыҙ. Ҡояш нурҙары вирусты үлтерә. Шулай уҡ өй эсен йыуып сығарырға, саң борхотмай, битлек, бирсәткә кейеп эш итергә. Һауыт- һабаны эҫе һыуҙа дезинфекциялау сараларын ҡулланып йыуырға йәиһә ҡайнатып алырға. Сысҡан биҙгәген йоҡтормаҫ өсөн дүрт ҡат марлянан эшләнгән битлек, ҡулдарға резина бирсәткә кейергә. Өйҙө таҙартып сыҡҡас, битлек менән бирсәткәне яндырырға кәрәк.
Иҫке өйҙө һүткәндә, бесән, һалам, үлән тейәгәндә, өйөлөп ятҡан таҡта, бүрәнә, ботаҡ ташығанда, бинаны йыуғанда мотлаҡ бейәләй, бирсәткә, респиратор йәиһә дүрт ҡат марлянан эшләнгән битлек кейеп тотонорға.
Йәшәгән йорт тирәһенә сүп-сар өймәгеҙ, үләндәргә үҫергә юл ҡуймағыҙ.
Мәсетле районында талпан ҡаҙалып, мөрәжәғәт итеүселәр һаны көндән-көн арта. Бөгөнгө көнгә ҡарата ошо сәбәп менән поликлиникаға 50 кеше мөрәжәғәт иткән.
Лаборатор тикшереү һөҙөмтәһендә кешелә Лайм сирен тыуҙырған талпан боррелиозы менән зарарланыуҙың биш осрағы асыҡланған. Ваҡытында күрелгән саралар һөҙөмтәһендә, кешеләрҙә инфекцияның таралыуына юл ҡуйылмай. Ике йәшлек балала талпан боррелиозы диагнозы раҫланған.
Районда вируслы энцефалит менән сирләүселәр теркәлмәгән.