Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Апрель 2021, 14:50

Йәйге ял: ҡайҙа барырға?

Йәй – сәйәхәттәр мәле. Теләге булғандар диңгеҙ буйына юллана, икенселәр – тауҙарға. Балалар менән барырға теләк бар икән, дельфинарийҙар, асыҡ һауа аҫтында аквапарктар, парктарҙа аттракциондар көтә.

Беҙҙең илдә бер үк ваҡытта төрлө мөйөштә төрлө климат. Йәнең теләгән тарафҡа юлланырға, күңелеңә ятышлыһын һайларға мөмкин. Отпускылар осоронда ҡайҙа ялға юлланырға була тигән һорау менән туристик агентлыҡ директоры Оксана Окунцеваға мөрәжәғәт иттек.
“Күптәр йәйге ялдарын пляжда үткәреүҙе хуп күрә. Рәсәй эсендә “бар нәмә бер урында” ялы тураһында әйткәндә, Ҡара диңгеҙ буйы отелдәре тәҡдим иткән күптәр яратып өлгөргән “Барыһы ла ингән” системаһын билдәләргә мөмкин.
Туристар бигерәк тә Ҡара диңгеҙҙең Көньяҡ яр буйын ярата. Быға ғәжәпләнерлеге юҡ: йәй унда диңгеҙ һыуы +28 градусҡаса йылына.
Краснодар крайы һәм Ҡырым курорттарында пляж сезоны июндә башлана һәм октябрҙең уртаһына тиклем дауам итә. Иң уңайлыһы – август һәм сентябрҙең тәүге яртыһы – бәрхәт осоро.
Сочи яр буйҙарында башлыса ҡырсынташлы пляждар. Ҡомло-ҡырсынташлы ял урындары Сочи үҙәгендә, Адлерҙың Имеретинск бухтаһында, Анапала һәм уның тирә-яғында бар. Ҡырымда ла урындар ҡырсынташлы-ҡомло. Иң яҡшы океан курорттарындағы кеүек аҡ пляждарға барырға теләйһегеҙ икән, ул саҡта һеҙгә Мирный, Межводное ҡасабаларына, Оленевка ауылына, Поповка пляждарына, 10 километрға һуҙылған Коса Беляусҡа, Феодосиялағы Алтын ҡомға юлланырға була.
Рәсәйҙә Азов диңгеҙендә сағыштырмаса арзаныраҡҡа ял итергә мөмкин. Быйыл, мәҫәлән, августа тәүге яр һыҙатынан алыҫ түгел ҡунаҡ йортонда тәүлегенә 1200 һумға торлаҡ табырға мөмкин. Иң билдәле курорт – Ейск. Шулай уҡ Голубицкая һәм Должанск станицаларында ял итеүселәр күп. Вулкандан барлыҡҡа килгән ләм менән дауалау ҡулланылған Темрюкка шифахана-курорт дауаһы алырға киләләр.
Азов диңгеҙенә Дондағы Рос-товҡа тейеп үтергә мөмкин: ҡаланы ҡарарға, данлы йылға буйлап йөрөргә була. Бынан диңгеҙ курорттарына тиклем 40 километр самаһы ҡала.
Балтик диңгеҙе Атлантика океаны бассейнына инә. Ул хатта йәй уртаһында ла һалҡын булып тора. Июлдә һыу температураһы – +20 градус. Шунан да юғарыраҡ күтәрелмәй. Иң популяр йүнәлештәр – Калининград өлкәһенән Зеленоградск, Светлогорск.
Каспий диңгеҙен балыҡсы-туристар бик ярата. Әстрхан өлкәһен, Дағстанды, Калмыкияны Каспий диңгеҙе йыуа. Йәйен ул 28 градусҡаса йылына. Бюджет яғынан бында ял Ҡара диңгеҙ буйына ҡарағанда осһоҙораҡҡа төшә. Сәбәбе – инфраструктураның бик үк үҫешмәүе, ҡайһы урындарҙа пляждарҙың төҙөкләндерелмәүе. Бында ял Европаныҡынан һис ҡалышмай. Боронғо ҡалалар, замоктар, боронғо объекттар. Төп ыңғай яғы: шенген талап ителмәй һәм бармаҡ эҙен тапшырырға кәрәкмәй, ә былары – өҫтәмә сығымдар.
Ял өсөн турҙы бөгөн үк хәстәрләргә тәҡдим итәм, сөнки йәйгә табан хаҡтар артасаҡ, отелдәрҙә, автобустарҙа, авиарейстарҙа урындарҙың ҡалмауы ихтимал.
Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте программаһы буйынса, “Мир” картаһы хужалары-туристарға туристик хеҙмәт өсөн түләнгән хаҡтың бер өлөшөн ҡайтарыу ҡаралған. Сәфәр хаҡының 20 проценты күләмен ҡайтарыу өсөн бер нисә шарт бар:
- Һеҙ Рәсәй эсендә ял өсөн онлайн түләйһегеҙ;
- 2021 йылдың 18 мартынан (Мәскәү ваҡыты буйынса 00.01 сәғәттән) 15 июненә тиклем (Мәскәү ваҡыты буйынса сәғәт 23.59-ға тиклем) туристик хеҙмәттәр өсөн түләгән осраҡта кешбэк (субсидия) бирелә;
- сәфәргә 2021 йылдың 18 мартынан юлланаһығыҙ һәм 30 июненә тиклем ҡайтаһығыҙ.
Бер түләү өсөн кешбэктың максималь күләме – 20000 һум.
Кешбэкка эйә булыу өсөн түләр алдынан “Мир” банк-ҡатнашыусы картаһын “Мир” түләү системаһының лояллек программаһында теркәргә кәрәк. Субсидия алыу һаны сикләнмәгән.
Акция, оператор, акцияны уҙғарыу ҡағиҙәләре һәм тәртибе “Мир” картаһы хужалары өсөн лояллек программаһы ҡағиҙәләре, шул иҫәптән кешбэк түләү тәртибе тураһында мәғлүмәтте интернет мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрендә “НСПК” акционерҙар йәм-ғиәтенең рәсми сайтында (https://privetmir.ru/), шулай уҡ 8-800-100-54-64 телефоны буйынса клиенттарға ярҙам үҙәгендә алырға мөмкин (Рәсәй эсендә шылтыратыу бушлай)”.
Ҡайҙа ял итергә барһағыҙ ҙа, ул һеҙгә тик сағыу һәм онотолмаҫ тәьҫораттар ғына бүләк итһен!