Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Апрель 2021, 09:00

Мәсетле ерен бар донъяға данланы

17 апрелдә бар донъяға башҡорт музыка ҡоралы – ҡумыҙҙы танытҡан киң билдәле яҡташыбыҙ Миңлеғәфүр Зәйнетдинов 50 йәшлек юбилейын билдәләй.

Ул Һөләймән ауылында күп балалы ғаиләлә ун беренсе бала булып донъяға килә. Малай сағынан уҡ уны йыр-моң урата: әсәһе ҡумыҙҙа уйнай, атаһы – гармунда. Нәҡ улар буласаҡ музыкант күңеленә ижад орлоғо һала. Һуңыраҡ, Мәсәғүт педагогия училищеһында уҡығанда, ул баянда ла уйнарға өйрәнә. Студент йылдарында төрлө концерт һәм конкурстарҙа ҡатнашып йөрөһә лә, музыка уның өсөн икенсе урында ҡала. Ул ваҡытта спорт менән шөғөлләнә – милли көрәш һәм ат сабышы менән мауыға. Төрлө ярыштарҙа, һабантуйҙарҙа призлы урындар яулай. Башҡорт дәүләт университетында уҡып йөрөгән сағында “Йәнгүзәл” фольклор-инструменталь ансамбленә йөрөй һәм ҡумыҙҙа ныҡлап уйнай башлай.
Бөгөн Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың даны республиканан ситтә лә киң таралған. Артистың 30 йылдан ашыу ижад итеү осоронда башҡарған иң яҡшы ҡумыҙ моңдары донъя сәхнәләрендә яңғырай. Уның репертуарында башҡорт көйҙәре һәм үҙе ижад иткән әҫәрҙәр бик күп. Әйтеүенсә, уға тыуған төйәгенең тәбиғәте – ҡоштар һайрауы, йылға ағышы, ел иҫеүе, аттар сабыуы – илһам бирә һәм ижадында сағылыш таба. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә – Австрия, Әзербайжан, Белоруссия, Кипр, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Германия, Төркиә, Үзбәкстан, Норвегия, Франция һәм башҡа илдәрҙә тамашасылар уның сығыштарын көслө алҡыштарға күмә.
Рәсәй һәм донъя буйлап сәйәхәт иткәндә Миңлеғәфүр Зәйнетдинов төрлө музыка ҡоралдарын йыя. Хәҙер уның коллекцияһында төрлө милләт халҡының 40-ҡа яҡын музыка ҡоралы иҫәпләнә. Бар музыка ҡоралында ла ул оҫта уйнай. Буш ваҡыттарында үҙ ҡулдары менән ҡумыҙҙы төрлө үлсәмдә һәм формала яһай: ағастан – үҙ аллы, еҙ һәм ҡоростан – дуҫтары ярҙамында, һуңынан уларҙы көйләй.
Уның ижади ҡаҙаныштары күп төрлө исемдәр, наградалар менән билдәләнгән: Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты. 2011 йылда Халыҡ-ара ҡумыҙ музыкаһы фестивале Гран-прийына (Яҡутстан) һәм 20 йылға бер тапҡыр иң лайыҡлы башҡарыусыға бирелә торған “Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы” исеменә лайыҡ булды.
Ижади ҡарашлы, һәләтле башҡарыусы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов башҡорт халҡының традицияларын, милли мәҙәниәтен, халыҡ музыка уйын ҡоралдарын, рухи ҡиммәттәрҙе тергеҙеү һәм пропагандалау, йәштәргә музыкаль-эстетик тәрбиә биреү буйынса ҙур эш алып бара. Белемен башҡаларға тапшырыуҙы ул үҙенең төп бурысы тип иҫәпләй. Шуға күрә Башҡортостан Республикаһы, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының бик күп төбәктәрендә һәм райондарында ҡурайсылар һәм ҡумыҙсылар ансамблдәре ойоштороуҙа ул туранан-тура ҡатнаша. Миңлеғәфүр Зәйнетдинов һирәк башҡарылған халыҡ көйҙәре йыйылған “Башҡорт ҡумыҙы” компакт-дискы һәм аудиокассета сығарҙы.
Ижади үрҙәр һәм дан яулап, киң билдәлелек алған виртуоз-ҡумыҙсы өсөн ғаиләһе беренсе урында тора. Ҡатыны Гөлгөнә Сәрүәр ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Улар барыһы ла йырлай, бейей, музыка ҡоралдарында уйнай, төрлө фестиваль һәм конкурс лауреаттары исемдәренә лайыҡ. Уларҙың “Республика” ғаилә ансамбле Төркиәлә уҙған Халыҡ-ара ҡумыҙ музыкаһы конкурс-фестивалендә еңеү яуланы. Зәйнетдиновтар ғаиләһе “Өлгө ал” республика конкурсында беренселеккә сыҡты.
Миңлеғәфүр Зәйнетдинов Башҡортостанда ғаилә йолаларын һаҡлаусы тип танылды һәм баш ҡалалағы “Иң яҡшы атай-2017” конкурсында Гран-при яуланы.
Танылған ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов үҙенең юбилейын яратҡан тамашасылары һәм ижадташ дуҫтары менән билдәләргә йыйына. Әле артист ошо йәһәттән ҙур концерт программаһы әҙерләй. “Ҡумыҙ сере” концерты 17 апрелдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында була. Ә беҙҙең районда Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ижадынан ләззәт һәм илһам алырға теләүселәрҙе 22 апрелдә 19.00 сәғәттә район Мәҙәниәт һарайында көтәбеҙ. Инеү – ирекле.