Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Март 2021, 10:50

Ҡәҙерле һәм һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙар!

Һеҙҙе ысын күңелдән яҙҙың тәүге байрамы – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайбыҙ!

Ҡатын-ҡыҙ – изгелек һәм наҙ өләшкән, һиҙгер, хәстәрлекле, ғаилә ҡиммәттәрен һәм йолаларын һаҡлаусы илаһи зат. Гүзәл зат һәр өлкәлә лә өлгөрә: һөнәр һайлап уңышҡа ирешә һәм карьера йәһәтенән үҫә, матурлығы менән һоҡландыра, яҡшы ҡатын һәм уңған хужабикә була белә, изге күңелле һәм наҙлы әсә лә ул.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ирҙәр менән бер рәттән ҡаһармандарса илде һаҡлаған, тылда эшләп илде күтәргән ветеран ҡатын-ҡыҙҙарға айырыуса ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Һәр миҙгелдә ихтирам, хәстәрлек, һөйөү тойоп йәшәгеҙ, тормош ҡуйған ауыр һынауҙар үткәндәрҙә ҡалһын.
Хеҙмәт яратыуығыҙ, көсөгөҙ, күңел йылыһын өләшеүегеҙ, донъяны яҡты, изге, матур итә белеүегеҙ һәм ир-егеттәрҙе бөйөк эштәргә илһамландыра алыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә. Ҡатын-ҡыҙ – мөхәббәт һәм гармония, тыныслыҡ һәм именлек нигеҙе!
Һеҙҙең ғаиләләрҙә йәм һәм татыу-лыҡ йәшәһен. Көслө заттар һеҙҙе заман ауырлыҡтарынан ҡурсалап, ҡатын-ҡыҙ бәхете бүләк итһен. Эштәрегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын. Һаулыҡ, күңел тыныслығы һәм донъя именлеге теләйбеҙ!
Мәсетле районы Советы һәм хакимиәте.