Конференцияла ҡатнашҡан Башҡорт-остан Республикаһы эшҡыуарҙары һәм бизнес-шерифтары 2021 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә ингән закондар, эшҡыуарҙарға ҡағылған мөһим үҙгәрештәр һәм яңылыҡтар тураһында белде.
Шулай итеп, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы ҡануниәттәрендәге мөһим үҙгәрештәр:
- 1 ғинуарҙан иҫәпләнгән килемгә берҙәм һалым (единый налог на вмененный доход – ЕНВД) ғәмәлдән сыҡты. ЕНВД системаһы буйынса түләгәндәргә һалым түләүҙең яңы ысулын һайларға кәрәк. Ойошмаларға һалым һалыуҙың ябайлаштырылған (УСН), ә шәхси эшҡыуарҙарға унан башҡа патент йәиһә үҙмәшғүллек системаһына күсергә мөмкин;
- “дистанцияла эшләү” төшөнсәһе нығытылды. Хеҙмәткәрен ситтән тороп эшкә күсерергә ҡарар иткән эш биреүсе уны бөтә кәрәкле йыһаз һәм ҡорамалдар менән тәьмин итергә тейеш, хеҙмәткәр- ҙең ҡорамалдарын ҡулланған өсөн компенсация һәм эш өсөн киткән башҡа сығымдарҙы түләргә бурыслы;
- хәҙер эшҡыуарҙар үҫемлекселек һәм малсылыҡ өлкәһендә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген бер патент итеп берләштерә ала;
- беренсе тапҡыр эшкә урынлашҡан хеҙмәткәрҙәргә тик электрон хеҙмәт кенәгәһе генә тултырыла. Яҙма хеҙмәт кенәгәһе булғандарға электрон версияға күсеү мөмкинселеге бар, әммә был мотлаҡ түгел;
- шәхси эшҡыуар булып һалым һалыуҙың ябайлаштырылған йәиһә патент системаһы буйынса яңы теркәлгәндәргә 2024 йылға тиклем һалым каникулы оҙайтылды;
- маркировкаланырға тейешле тауарҙар исемлеге киңәйтелде. 2021 йылдан был категорияға еңел сәнәғәт тауарҙары һәм кейем, автомобиль покрышкаһы һәм шины, хушбуй һәм сафландырыу һыуы, шулай уҡ һөт продукцияһы инә;
- 1 февралдән бөтә шәхси эшҡыуарҙар тауар һәм хеҙмәтләндереү атамаһын чегында күрһәтергә бурыслы;
- материалдарҙы ҡулланыу уға гиперһылтанма булғанда ғына мөмкин;
- банктарға клиентты ҡабул итеүҙән баш тартыу, сәбәбен аңлатмай клиенттың иҫәбен туҡтатыуҙы тыйған закон ҡабул ителде. Терроризмға ярҙам итеү маҡсатында аҡса күсереү, енәйәт ҡылыуҙа шик булғанда банк хеҙмәтләндереүҙән баш тарта ала.
Спикерҙар сығыш яһағандан һуң, район эшҡыуарҙары үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.
Бизнес эшен алып барыу һәм үҙ эшеңде асыу мәсьәләләре буйынса райондың бизнес-шерифы Илшат Хәсәновҡа 8-917-459-14-83 телефоны аша мөрәжәғәт итергә була.