Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Октябрь 2020, 11:00

“Автотракторные запчасти” – һеҙҙең ышаныслы ярҙамсы

25 октябрь – Автомобилистар көнө“Автомобиль һәм трактор алмаш частары” магазины хужалары Людмила Ғиниәтуллина һәм Рәүеф Фәрхетдинов үҙ клиенттарын һәм бар водителдәрҙе Автомобилистар көнө менән ҡотлай. Юл – һеҙҙең эш, тимәк, беҙгә бергә барырға! Һыналған һәм ышаныслы етештереүселәрҙең алмаш частары профессионалдың һәм автоһәүәҫкәрҙең ышаныслы ярҙамсыһы булһын өсөн беҙ көн һайын тырышабыҙ. Беҙ һеҙгә тигеҙ тыныс юлдар, яҡшы һауа торошо, күтәренке кәйеф һәм юлығыҙҙа һәр ваҡыт йәшел ут яныуын теләйбеҙ.

Башҡортостандың Төньяҡ-Көнсығышындағы иң эре һәм йылдам үҫешкән сауҙа нөктәһе булараҡ “Автомобиль һәм трактор алмаш частары” магазины беҙҙә генә түгел, күрше райондарҙа ла һәр автомобиль һәм махсус транспорт хужаһына таныштыр ул. Магазин 2008 йылдан эшләй һәм ошо ваҡыт эсендә күп клиенттарының ышанысын аҡланы. Бында шөрөп һәм лампочкаларҙан башлап агрегаттарға һәм тюнинг деталдәренә тиклем, ҡыҫҡаһы, барыһын да табырға мөмкин.
Сауҙа нөктәһе хужаларының был йүнәлештә һатыу тәжрибәһе бай. Иң популяр маркаларҙың һәм махсус техника моделдәренең техник үҙенсәлектәрен һәм эш принциптарын яҡшы белә. Улар хәҙер келәттәрен күпкә ҙурайтыуға өлгәште, клиенттар базаһын һәм һатыу географияһын киңәйтте.
Һатыуға 50 меңдән ашыу төр тауар тәҡдим ителә. Араларында “Чебоксарский завод силовых агрегатов”, “Минский тракторный завод”, “Алтайский моторный завод”, “Гидросила” кеүек эре заводтар продукцияһы бар.
Магазинда төрлө ҡайыштар, подшипниктар, ремкомплекттар, сальниктар, болттарҙың һәм гайкаларҙың киң ассортименты, ауыл хужалығы техникаһына, трактор-ҙарға (МТЗ-80,-82,-1121, Т-150,-25,-16,-40, ДТ-75, ЮМЗ,), йөк автомобилдәренә һәм махсус техникаға (“ГАЗ”, “КамАЗ”, “ЯМЗ”), комбайндарға (“Нива”, “Дон”, “Полесье”), бесән әҙерләү техникаһына, трактор тағылмаларына алмаш частар, РВД һәм резина-техник изделиелар, майҙар һәм автохимия бар. Бында күптән һатыуҙа булмаған техникаға һирәк осрай торған алмаш частар табырға мөмкин.
Еңел һәм йөк сит ил автомобилдәренә, сит ил тракторҙарына фильтрҙар, гайкалар, болттар, һыйыр һауыу аппараттарына, вакуум насостарына алмаш частар, кер йыуыу машиналарына сальниктар бар.
Яңыраҡ ҡына магазин хужалары хеҙмәттәр күрһәтеү мөмкинлеген киңәйтте. Хәҙер бында төрлө махсус техникала, машиналарҙа, станоктарҙа, күтәреү механизмдарында, бульдозерҙарҙа, экскаваторҙарҙа, крандарҙа, тракторҙарҙа ҡулланылған һәм гидравлика инструментының, ҡорамалдарының өҙлөкһөҙ эшен тәьмин иткән гидравлика өсөн юғары баҫым рукавтары һәм тормоз шлангылары етештереү һәм ремонтлау буйынса оҫтахана астылар.
Һатып алыусыларға Рәүеф Рәфҡәт улы кәрәкле деталдәр- ҙе һайлап алырға ярҙам итә, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирә. Уның өсөн иң мөһиме – компетентлыҡ, клиенттар-ҙы юғары кимәлдә хеҙмәтләндереү, хеҙмәтенең һөҙөмтәһе.
Магазин һатып алыусылар өсөн отошло хаҡтар менән уңайлы. Даими һәм күпләп һатып алыусыларға ташламалар яһала.
Әгәр һеҙ техникағыҙ тураһында хәстәрлек күрһәгеҙ һәм уның сифатлы эшләүен теләһәгеҙ, “Автотракторные зап-части” магазины – һеҙҙең өсөн!
Магазин Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Революция урамы, 121 адресы буйынса урынлашҡан. Иртәнге сәғәт 9-сы яртынан киске 7-се яртыға тиклем эшләй. Тел. 8-987-131-57-00.
Реклама хоҡуғында
315028000152278 һанлы ОГРН.