Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Октябрь 2020, 21:00

Атай-олатайҙар юлын ҡыуыу – изге эш

XIV быуатта ижад иткән үзбәк шағиры Алишер Навоиның “Кеше булған кешелә мең кешенең эше бар”, – тигән юлдары бар.

Әүхәҙи Зәки улының йәшәү рәүеше тап шулай. Ошо көндәрҙә уның 60 йәшлек юбилейы. Дуҫтары, туғандары, күрше ауылдарҙан дин ҡәрҙәштәре, ауылдаштары хөрмәтле халыҡ улын ҡотларға ихлас күтәрелеп сыҡты, йылы һүҙҙәрен, теләктәрен әйтергә мәсеткә ашыҡты.
Бер нисәһен яҙып китергә кәрәктер.
– Районыбыҙҙа тәүгеләрҙән булып иман йорто асыуға күп көс һалдығыҙ. Теләк булыу бер, халыҡты ойоштора, эшләтә белеү кәрәк бит әле, һәр кемгә бирелмәй был һәләт. Шөкөр, мәсетебеҙ – дини мәҙәниәт үҙәге – балҡып ултыра, баҡсаһындағы алмағастар бай, ҡарағаттар ҙа уңышлы. Күмәкләп уҡыған аяттарыбыҙ күңелебеҙҙе нурлай, зиһенебеҙҙе нығыта, уйҙарыбыҙҙы матурлай. Киләсәктә лә гөрләп эшләһен, һеҙгә сәләмәтлек теләйбеҙ. Исем ҡушыу, никах, ҡорбан ғәйеттәре әлегеләй тынмаһын.
– Әүхәҙи хәҙрәттең ярҙамы теймәгән бер генә йорт та юҡтыр, иманым камил. Бәлә килһә, сирләп китһәк тә килеп дауаланабыҙ, кәрәкле кәңәште алып, ҡайтып китәбеҙ. Сабыр ҡатыны Фәрзәнә менән ейәндәр һөйөп, оҙон-оҙаҡ йылдар шулай татыулыҡта йәшәү насип булһын.
– Беҙ совет власы йылдарында тәрбиә алып үҫкән быуын. Мәктәптә, юғары уҡыу йорттарында атеист итеп күңелгә һеңдерҙеләр беҙҙе.
Әүхәҙи хәҙрәт күҙҙәребеҙҙе асты, мин яңынан тыуып, саҡ йәшәй башлағандай тойҙом үҙемде. Ҡөрьән китабын уҡыу – үҙе ыңғай энергия сығанағы, аҡыл, белем хазинаһы.
Тормош закондары, дөрөҫ йәшәйеш юлдары – барыһы ла ошо изге китапта. Арымай-талмай беҙгә иман нурҙары өләшкәнең өсөн рәхмәт. Ул һөйләгән хәҙистәрҙә күпме
хәҡиҡәт, аҡыл ята.
– Һәр кем был донъяға үҙ миссияһы менән килә. Йырҙа ла бит: “Был донъяға беҙ килгәнбеҙ икән, юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер”, – тибеҙ. Әүхәҙи Һаҙыевтың тәғәйен эше
– халыҡҡа изге эштәр ҡылыу. Ул шул тиклем ярҙамсыл, ниндәй генә үтенес менән килһәң дә “юҡ” тигән һүҙҙе ишеткәнем булманы.
Колонкала һыу бөтһә лә, үҙ йортонан һыу тултырып, ауыл буйлап таратып йөрөй бит ул.
Күңеле киң, йомарт юбилярыбыҙҙың, тыйнаҡ булыуы үҙе үк уға оло бәҫ өҫтәй. Алда ла балалар шатлығы, парлы бәхетле тормош ғүмерлек юлдашығыҙ булһын.
Әсәһе, атаһы яғынан да Әүхәҙи хәҙрәттең нәҫел ебе бик боронғо һәм бай. Атаһы яғынан бигерәк тә затлы. Ауылға нигеҙ һалған Уразайҙың
Йонос улынан нәҫел тыуған Мөхәмәтрәхим өс ул үҫтерә.
Иҫке мәсеткә законлы итеп урын алған, үҙе үк имам. Мөхәмәткәрим улы иҫке мәсеттә имам, урынды үҙе үк законлы юллаған, Әбдрәхим собор мәсетендә лә эшләй. Уның улы
Мөхәмәтғариф (1847 йылда тыуған) хәҙерге мәсет бинаһын төҙөткән, үҙе лә, Хәйҙәрйән, Шакирйән, Әхмәтйән, Ҡәнәфей, Һаҙый улдары – барыһы ла имам, мулла, халыҡты аң-белемгә, дингә өйрәткән, уҡытҡан. Һаҙый улы Зәкиҙән Әүхәҙи хәҙрәт тыуған.
Мәсет ауыл халҡының аралашыу үҙәге хеҙмәтен үтәгән.
1928 йылда ул йорт совет мәктәбе итеп үҙгәртелә. Манараһы бысыла, дин әһелдәре һөргөнгә ҡыуыла. 1979 йылға тиклем белем усағы – мәктәп була. 2000 йылда Әүхәҙи хәҙрәт сит тарафтарҙан тыуған ауылына ҡайтып төшә. Илебеҙҙә дингә ҡараш үҙгәрә, мәсеттәр тергеҙелә. Дүртенсе быуын Мөхәмәтғариф олатаһы ҡалдырған мәсет – ҡомартҡы бына 20 йыл етемһерәп тора, күңеленә тынғы бирмәй, мәрхүмдәрҙең рухы рәнйей кеүек. Күп кәртәләр үтеп, күп халыҡ ҡатнашлығында өмәләр үткәреп, ниһайәт, 2004 йылдың майында, 76 йыл үткәс, иман йорто ҡабат ишектәрен асты.
Бөгөн бер төркөм дин юлына баҫҡан ололар һәм балалар ғәрәп яҙмаһын өйрәнде. Теләүселәргә һәр ваҡыт ишек асыҡ. Әүхәҙи хәҙрәттең уҡытыу методикаһы ҡыҙыҡлы,
уңышлы, тиҙ арала өйрәнелә. Ул белемен курстарға барып та туҡтауһыҙ камиллаштыра.
“...Тейешлеһен үтәп, тыйғандарҙан тыйылып, бер-беребеҙгә терәк, таяныс, кәрәкле булып, һөйөп-һөйөлөп йә-
шәргә насип булһын,” – тип тамамлай ул һүҙен. Иншә Аллаһ, шулай булһын.
Сәғиҙә МӨХӘРӘМОВА,
Йонос ауылы.