Уны ябыҡ табутта махсус костюм кейгән биш кеше ерләне. Ул Мәскәү өлкәһендә коронавирустан вафат булһа ла, ерләргә уны тыуған яғына – Салауат районы Ахун ауылына алып ҡайттылар. Наилдың ҡәбере атаһыныҡы янында урынлашҡан, тип хәбәр итте «Салауат ерендә» гәзите.
Бынан алда «Башинформ» 2020 йылдың 6 майында Мәскәү өлкәһе поликлиникаһы терапевының яңы коронавирус инфекцияһынан вафат булыуы хаҡында яҙғайны. Наил Саматовҡа 28 йәш ине.
Ул Янғантау урта мәктәбен, ә былтыр «Дауалау эше» белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған. 2020 йылдың 30 ғинуарында Егорьевск үҙәк район дауаханаһының 3-сө поликлиникаһына эшкә урынлашҡан. Наил был сирҙе пациенттың өйөндә йоҡторған. Башҡортостан табибының исеме «Хәтер исемлеге»нә индерелгән.
Сығанаҡ: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.