Мәсетле тормошо
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Март 2020, 12:10
Милли проект: заманса ҡорамалдар алыу дауам итә
Аяҡтар өсөн роботлаштырылған механотерапия. Был турала ишеткәнегеҙ бармы? Башҡортостандың балалар дауаханалары һәм поликлиникаларына ошондай аппараттар алынды.
Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса әҙерләнеп, ғәмәлгә ашырылған "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы, республиканың медицина учреждениелары яңы аппараттар менән тулылана бара.
Үрҙә телгә алынған роботлаштырылған механотерапия өсөн ҡорамал иң тәүҙә Өфөнөң 2-се балалар поликлиникаһына килтерелгән. Унан тыш, 3-сө, 4-се, 5-се, 6-сы поликлиникалар ҙа, ҡаланың 17-се дауаханаһы ла, Республика балалар клиник дауаханаһы ла ошо аппарат менән йыһазландырыласаҡ.
Аппарат аяҡ һынғанда (йәрәхәтләнгәндә) йә операциянан һуң быуын сирҙәрен дауалау өсөн ҡулланыла. Уны пациентҡа тура килерлек итеп көйләү мөмкинлеге лә юғары. Аппарат универсаль - ике аяҡҡа ла берҙәй тап килә.
Фото: "Башинформ".
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?