Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Февраль 2020, 15:00

Халҡына ул хеҙмәт итә, изгелек ҡылып

Йәшәү бәхете – өмөт, хеҙмәттә.Йәшәү бәхете – дуҫлыҡ, хаҡлыҡта.Йәшәү бәхете – илең, халҡың өсөнКөрәш аша тыуған хаҡлыҡта!

Халҡыбыҙҙың аҫыл шағирәһе Зәйнәб Биишеваның был шиғыр юлдары хеҙмәт, хаҡлыҡ, халҡым тип йәшәүселәр хаҡындалыр. 38 йыл хеҙмәт юлы үткән ветеран педагог, математика уҡытыусыһы Вәсимә Мөхәмәтулла ҡыҙы – тап шундай халҡы өсөн янып йәшәгән кешеләрҙең береһе. 28 февралдә хөрмәтле педагогик хеҙмәт ветераны 60 йәшлек юбилейын билдәләй.
Ауылдаштары уға ҙур ышаныс күрһәтеп, Яңы Мишәр ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе итеп һайлай һәм яңылышмай. Вәсимә Мөхәмәтулла ҡыҙы өсөн төп сифаттарҙың береһе – ойоштороу һәләтелер. Ул үҙ иңенә алған бурысты яуаплы башҡара.
Оло йортҡа ни кәрәк, кесе йортҡа ла шул кәрәк, тигәндәй, беҙҙең ауыл район үҙәгенән алыҫ урынлашыуына ҡарамаҫтан, халыҡ матур йәшәргә тырыша. Яңы Мишәр ауылы биләмәһендә һәр миҙгелгә ҡарата матур саралар ойошторола. Иң мөһиме – әйҙәүсе булғас, уны күтәреп алыусылары ла табыла. Вәсимә Мөхәмәтулла ҡыҙы һәр ваҡыт өлкән йәштәгеләр күңеленә яғымлы һүҙҙәре менән йәшәүгә дәрт өҫтәп, күршеләрен әйҙәп, һәр байрамдан бергәләп йәм табалар.
Ветерандар советы рәйесе ауылыбыҙҙың йөҙөн тәртипкә килтереү, халҡы өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу кеүек мәсьәлә-ләрҙе хәл итеүҙән ситтә ҡалмай. Вәсимә Мөхәмәтулла ҡыҙы тыуған ауылы Көршәле зыяратын тәртипкә килтереү буйынса халыҡты ойоштороп, ҙур эш башҡарҙылар, һәм артабан был йүнәлештә эште дауам итеү өсөн 2020 йылда “Урындағы башлан-ғыстарға ярҙам итеү” программаһында ҡатнашырға теләк белдерҙеләр.
Әүҙем йәмәғәт эшмәкәренең ғаиләһенә лә иғтибары юғары. Ғаиләһендә ул һөйөклө һәм хәстәрлекле әсә һәм өләсәй. Ике улы ла юғары белемлеләр һәм хәрби юлды һайлағандар: оло улы Азамат – лейтенант, кесе улы Динар капитан дәрәжәһендә хеҙмәт итә.
Хөрмәтле Вәсимә Мөхәмәтулла ҡыҙы! Һеҙгә киләсәктә лә ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып, балаларыңдың шатлыҡтарын уртаҡлашып, терәк-таяныс булып, оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын!
Һеҙ – тыуған ауыл яҙмышына битараф булмаған, уның барлыҡ мәсьәләләрен хәл итеү өсөн ваҡытын йәлләмәгән кеше. Дәртегеҙ артабан да ауылдаштарға илһам һәм көс өҫтәһен!