Был турала район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин сәхифәһендә хәбәр итә. Ауылдың аҡһаҡалы Марат Аҡҡужиндың иҫләүенсә, Йомағужа ауылында «Трактор» исемле тәүге колхоз 1930 йылда ойошторола.
1938 йылдан алып колхоздарға беренсе тракторҙар бүленә башлай. Ул ваҡытта Сөләймән, Сабирйән һәм Мөхәмәтйәр Аҡҡужиндар тәүге тракторсы булып эшләй. Улар фронтҡа киткәс, Нәзирә Түләбаева, Раҡиә Аҙнағолова, Әҡлимә һәм Раҡиә Ҡасҡыновалар, Нәзирә, Вәзирә һәм Зәлифә Аҡҡужиналар тракторға ултыра.
1957 йылда колхоз беренсе «ДТ-54» тракторын ала.
Төрлө йылдарҙа легендар трактор менән Хөснулла Ғәлиев, Рәхимйән Түләбаев, Зәйнулла Исламғолов, Марат Аҡҡужин идара итә. Был трактор һаманғаса йөрөй! Шуға ла уны постаментҡа мендереү артыҡ ауырлыҡ тыуҙырмаған.
"Был һәйкәл райондың ауыл хужалығын күтәргән кешеләрҙең фиҙаҡәр хеҙмәте тураһында иҫкәртеп торасаҡ, тип яҙа хакимиәт башлығы: "Улар - ысын геройҙар. Беҙ һеҙгә баһалап бөткөһөҙ хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәтлебеҙ!"