Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Декабрь 2019, 18:00

Баҙарҙа үҙебеҙҙең балыҡ юҡ

Ни өсөн беҙҙең районда быуалар юҡ, һәм үҙбеҙҙәге йылғаларҙан балыҡ һатмайҙар?Оло Ыҡтамаҡ ауылынан пенсионер.

Районбыҙҙа ике быуа бар. Ыҡ йылғаһында Мәсетле һыу һаҡлағысында районыбыҙ балыҡсылары уны күптән үҙ иткән. Унда башлыса сабаҡ, ажау, алабуға эләгә, ҡорбан балыҡ та осрап ҡуя.
Шулай уҡ Үрге Бобин ауылында шәхси эшҡыуар Андрей Бабушкиндың быуаһы урынлашҡан. Ул сазан, табан балыҡ һәм башҡа балыҡтар үрсетә.
Шәхси быуала балыҡ ҡармаҡларға теләгәндәргә тариф билдәләнгән. Шәхси эшҡыуар баҙарҙа балыҡ һатмай, сөнки быуа һәүәҫкәр балыҡсылар өсөн генә тәғәйенләгән.
Баҙар директоры Фларида Әхмәтйәнова һүҙҙәренсә, шәмбе йәрминкәһендә үҙебеҙҙә тотолған балыҡ менән бер кем дә сауҙа итмәй, сөнки уны һатыуға талаптар юғары һәм күп документтар талап ителә.