Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Ноябрь 2019, 11:45

Путин Рәсәй һәм Ҡытай мөнәсәбәттәрен ышаныслы һәм тотороҡло тине

“Рәсәй менән Ҡытай араһындағы бәйләнеш ышаныслы һәм тотороҡло, улар ситтән йоғонто яһауға дусар ителмәгән һәм бик яҡшы үҫеш потенциалына эйә”, – тине Путин Ҡытай етәксеһе Си Цзиньпин менән осрашыуында.

Шулай уҡ ул, ике ил мөнәсәбәттәре нигеҙендә Рәсәй һәм Ҡытай халҡының дуҫлығы, бер-береһенең мәнфәғәттәрен хөрмәт итеү, мөһим мәсьәләләр буйынса үҙ-ара килешеп эшләү ята, тип өҫтәне.
“Беҙ сәйәси кимәлдә консультациялар үткәрәбеҙ, иҡтисад өлкәһендә, халыҡ-ара майҙанда хеҙмәттәшлек итәбеҙ, ҙур эш күләме хәрби-техник хеҙмәттәшлеккә бәйле”, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәй лидеры.
Си Цзиньпин үҙ сиратында ике илдең сауҙа өлкәһендәге хеҙмәттәшлек үҫешен билдәләп үтте. Ул ошо ыңғай үҫеште артабан да дауам итергә өндәне. “Яңы йыл яңы аҙымдарға һәм яңы эштәргә саҡыра”, – тине Си Цзиньпин.
Фото: www.kremlin.ru