Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Миләш"кә йәм, сағыулыҡ өҫтәп...

“Күңелемдә – ҡояш” конкурсында – Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы “Миләш” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Дилә Хәлимова

"Миләш"кә йәм, сағыулыҡ өҫтәп...
"Миләш"кә йәм, сағыулыҡ өҫтәп...

“Донъялағы ошо изге һөнәрҙе һайлауыма бер ҡасан да үкенгәнем булманы. Шатлыҡтары менән бер рәттән, көн дә ауырлыҡтары осрап торһа ла”, – ти Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Дилә Хәлимова.

“Мин бәләкәй саҡтан уҡ үҙемдән кесерәктәрҙе ҡурсаларға, ярҙам итергә әҙер генә тора торғайным. Күрше йәшәгән сабыйҙарҙы эйәртеп алып йөрөр инем. Улар өсөн төрлө уйындар, конкурстар, ярыштар үткәрергә әүәҫ булдым. Бәләкәстәр минең фокустар күрһәтеүемде лә ныҡ яратты. Шул ваҡытта уҡ киләсәктә педагог буласағым, тәрбиәсе һөнәрен һайлаясағым үҙемә лә, башҡаларға ла билдәле ине инде”, – ти Дилә Альберт ҡыҙы.

Мәктәпте тамамлағас, ул Мәсәғүт педагогия колледжына уҡырға инә, артабан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлай. Хәҙер инде 13 йыл мәктәпкәсә белем биреү тармағында эшләй, “Миләш” балалар баҡсаһының юғары категориялы тәрбиәсеһе. Хеҙмәттәштәре уны ихлас хөрмәт итә, ҡәҙерләй, баһалай.

"Беҙҙең һөнәр иң изгеләрҙең береһе генә түгел, ә шул ҡәҙәр ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс та. Сабыйҙарҙың бәләкәй генә уңышы ла эшкә, йәшәүгә оло дәрт-дарман өҫтәй", - ти Дилә Альберт ҡыҙы. 

"Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә конкурсанттарыбыҙ өсөн тауыш бирергә саҡырабыҙ.

Фотолар Д. Хәлимованың шәхси архивынан, "Миләш" балалар баҡсаһы төркөмөнән алынды.

 
Автор:Дилбәр Ишморатова
"Миләш"кә йәм, сағыулыҡ өҫтәп...
"Миләш"кә йәм, сағыулыҡ өҫтәп...
"Миләш"кә йәм, сағыулыҡ өҫтәп...
"Миләш"кә йәм, сағыулыҡ өҫтәп...
"Миләш"кә йәм, сағыулыҡ өҫтәп...
"Миләш"кә йәм, сағыулыҡ өҫтәп...
"Миләш"кә йәм, сағыулыҡ өҫтәп...
Автор: