Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Өҫтәлдәрҙә – милли ризыҡ

Башҡортостанда 2022 йыл Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы тип иғлан ителде. Мәсетле районы мәктәптәрендә уға арнап “Минең милли ризығым” флешмобы уҙҙы.

Өҫтәлдәрҙә – милли ризыҡ
Өҫтәлдәрҙә – милли ризыҡ

Сараның маҡсаты – уҡыу-сыларҙа аш-һыу әҙерләү күнекмәләрен үҫтереү һәм оҫталығы булдырыу иҫәбенә туҡланыу мәҙәниәте нигеҙҙәре булдырыу, мәктәп ашнаҡсыһы һөнәренең абруйын күтәреү, милли аш-һыу үҙенсәлектәрен популярлаштырыу.
Балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре барышында ашнаҡсылар милли башҡорт ризыҡтары әҙерләү рецебы һәм серҙәре менән уртаҡлашты. Уҡыусылар был эштә ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡатнашты.
Башҡорт гимназияһында ашхана мөдире Розалия Шафиҡова, ашнаҡсылар һәм уҡыусылар боронғо рецепт буйынса милли ризыҡтар – ваҡ бәлеш, ҡуллама, ҡош теле әҙерләне. Лицейҙың 8-се класс уҡыусылары ашнаҡсы Валентина Муллахмәтова менән бергә бауырһаҡ ҡайнатты. Әләгәҙ мәктәбендә Нурия Мөфтәхова һәм ашнаҡсы Миләүшә Шәйәхмәтова етәкселегендә уҡыусылар ваҡ бәлеш бешерҙе, Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә бишбармаҡ әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙҙы. Ә Дыуан-Мәсетле мәктәбенең 9-сы класс уҡыусылары ашнаҡсылар менән һалма әҙерләне.
Беҙҙең хәбәрсе.

Автор:Лариса Михалькова