Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Академик концерт

Балалар сәнғәт мәктәбендә уҡыусыларҙың хореография оҫталығын үҫтереү һәм һөнәр буйынса белем биреү программаһын үтәүен контролдә тотоу маҡсатында “Хореография сәнғәте” бүлеге уҡыусыларының академик концерты уҙҙы.

Академик концерт
Академик концерт

Был бүлек 1989 йылда һәләтле уҡытыусы, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсимә Әхмәтйәнова тарафынан асылған. Бүлектә уҡыусылар һаны йылдан-йыл арта, бөгөн улар – 131 кеше. Өҫтәмә һөнәри белем биреү программаһы буйынса уҡыу срогы – һигеҙ йыл.
Хореография бүлеге уҡытыусылары: Лилиә Сәлимова, Зарифйән Ғарипов, Альбина Вәлинурова; концертмейстерҙар: Зөлфирә Сәлимова, Эльвира Ғарипова, Илдус Мөфтәхов.
Академик концерт семестр тамамланғандан һуң йылына ике тапҡыр үткәрелә, ул уҡыусыларҙа ихтыяр көсө тәрбиәләй, тупланғанлыҡ һәм маҡсатҡа ынтылыш булдыра, артислыҡ һәләтен үҫтерә. Быйыл, пандемияға бәйле, концертты “Урал” телестудияһы яҙҙырҙы һәм ата-әсәләр чаттарына ебәрҙе.
Бүлек уҡытыусылары классик бейеү, халыҡ сәхнә бейеүе, этюд һәм башҡа бейеү стилдәрен үҙ эсенә алған концерт программаһы әҙерләгән.
Концертта Балалар сәнғәт мәктәбе коллективы тағы бер тапҡыр үҙенең оҫталығын, уҡытыусыларҙың профессионализмын һәм белемле, талантлы уҡыусыларының һәләттәрен раҫланы.
Лариса РИЗВАНОВА.

Автор:Лариса Михалькова