Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тормошта химия фәнен белеү кәрәк

Оло Ыҡтамаҡ лицейы уҡыусылары химия фәне буйынса белемдәрен тормошта ҡуллана. Улар йыл һайын фәнни-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә.

Был уҡыу йылында химия уҡытыу-сыһы Рәмзиә Мөхөбуллина етәкселегендә Полина Мальцева, Ынйы Саҙиҡова һәм Ангелина Ғәзиева тикшеренеү эштәре үткәрҙе. Улар бирелгән темалар буйынса проект төҙөп, эҙләнеүҙәр нигеҙендә һығымта яһап, энергетик эсемлектәр, аҙыҡ өҫтәмәләре һәм косметика сараларының кеше организмына нисек йоғонто яһауы тураһында мәҡәләләрен, башҡалар ҙа белһен өсөн, район гәзите редакцияһына алып килгәндәр.
10-сы класс уҡыусыһы Полина Мальцеваның эше косметика сараларына арналған.
“Косметика – химик формула, уның составында тән тиреһенең етешһеҙлектәрен бөтөргән файҙалы һәм туҡлыҡлы матдәләрҙән башҡа, тән туҡымаларында тупланып, етди ауырыуҙар тыуҙырған, мәҫәлән, рак шешенә килтергән өҫтәмәләр ҙә бар. Ҡайһы бер зарарлы нитрозамин кеүек элементтар косметикаға ҡушылмаһа ла, улар тән тиреһендә бул-ған йәиһә косметика сараһы составында булған матдәләр менән реакция һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.
Мин халыҡ араһында косметика ҡулланыуға бәйле фекерҙәре менән ҡыҙыҡһындым. Һөҙөмтәләр шундай: әңгәмәселәремдең 10 проценты косметика һайлағанда дуҫтары кәңәше буйынса ала, 20% – составына ҡарап, 30% – реклама тәҡдиме буйынса, 40% – хаҡына ҡарап. Уларҙың күбеһе косметика составында булған зарарлы матдәләр хаҡында, уның кеше организмына зыянлы икәнен белмәй. Косметика ҡулланыусыларҙың 80 проценты бер ваҡытта ла уларҙың кире тәьҫирен тоймаған. 70 процентының ҡаптың тышына яҙыл-ған мәғлүмәт менән танышыуы асыҡланды..."
10 “б” класс уҡыусыһы Ангелина Ғәзиева “Аҙыҡтағы өҫтәмәләр” темаһына тикшереү проекты башҡара.
“Мин төрлө йәштәге 100 кеше араһында анкета һорауҙарына яуап алыу уҙғарҙым. Һорауҙа ҡатнашҡандарҙың 63 проценты аҙыҡҡа ҡушылған өҫтәмәләр хаҡында белә, 60 проценты аҙыҡ-түлек алғанда уның тураһындағы мәғлүмәткә иғтибар итә һәм яртыһы Е ҡушылмаһы булған аҙыҡтарҙы алырға ҡурҡа. Анкета үткәндәрҙең күбеһе өҫтәмәләрҙең организмға кире йоғонто яһауын белә тороп та, бындай аҙыҡ-түлектән баш тартырға әҙер түгел. 80 проценттың аҙыҡ-түлеккә ҡушылған өҫтәмәләр хаҡында күберәк белгеһе килә..."
11-се класс уҡыусыһы Ынйы Саҙиҡова “Энергетик эсемлектәр һәм үҫмерҙәр сәләмәтлеге” темаһын һайлаған.
"Беҙ 8 –11 кластарҙа уҡыған 50 кеше араһында ҙур булмаған диагностика тикшереүе уҙғарҙыҡ. Һөҙөмтәлә, һигеҙ кешенең генә энергетик эсемлектәрҙе бер ҡасан да ҡулланмағаны асыҡланды. 23 кеше – аҙнаһына ике-өс тапҡыр, 19-ҙы айына өс-дүрт тапҡыр ҡуллана. Күптәре (80%) энергетик эсемлектең составы менән ҡыҙыҡһынмаған. Эскәндән һуң ете кешелә күңел болғаныуы, хәлһеҙлек, эс китеү күҙәтелгән. 12 кеше йоҡоһоҙлоҡ менән, эсе ауыртып йонсоған, башҡаларҙа бер ниндәй ҙә эҙемтәләр булмаған. Әңгәмәселәрем араһынан 37 уҡыусы бындай эсемлектәрҙе ҡыҙыҡ өсөн тәмләп ҡараған. Ҡал-ғандары күңелде күтәрә, көс өҫтәй, тип иҫәпләй..."
Мәҡәләнең тулы варианты гәзиттең 102-се һанында.