Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мәктәптәрҙә яңы йыл шыршылары булырмы?

Был һорауға яуапты «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Интервью» тапшырыуында республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин бирҙе.

«Мәктәпкәсә учреждениеларҙа яңы йыл иртәлектәре төркөмдәрҙә генә була, әммә ата-әсәләр ҙә, олатай-өләсәйҙәр ҙә ҡатнаша алмай. Ситтән Ҡыш бабай, Ҡарһылыу костюмын кейгән өлкәндәрҙе, шулай уҡ операторҙарҙы саҡырмаҫҡа, ә байрам иртәлектәрен белем биреү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре көсө менән үткәрергә кәңәш итәбеҙ», — тине министр.
Ведомство башлығы быйыл Республика һәм Кремль яңы йыл шыршыларын ойоштороу тураһында ла һөйләне.
«Аңлашылыуынса, пандемия шарттарында Республика яңы йыл шыршыһын уҙғара алмайбыҙ, ә беҙҙә йыл һайын 800-гә яҡын бала ҡатнаша торғайны. Ләкин балаларға бүләктәрҙе мотлаҡ тапшырабыҙ, улар һатып алынған да инде. Һәр муниципалитет башлығы ошо бүләктәрҙе балаларға тапшыра, — тине Айбулат Хажин. — Кремль яңы йыл шыршыһы буйынса яуап алабыҙ, быйыл ул да булмаҫ, моғайын».
Мәктәптәрҙәге шыршыларға килгәндә, бында, министр һүҙҙәренсә, «ковид йоҡтороу хәүефен кәметеү» өсөн белем биреү ойошмаларына байрамды урамда уҙғарырға тәҡдим ителә.
Сығанаҡ: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.