Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Кескәйҙәр өсөн ҙур шатлыҡ!

Кесе Ыҡтамаҡ ауылының “Дюймовочка” балалар баҡсаһында 13 урынға иҫәпләнгән кескәйҙәр төркөмө асылды.

Төркөмдө асыу тантанаһында Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, Кесе Ыҡтамаҡ ауыл хакимиәте башлығы Степан Гуштюк, “Ленинский” кооперативы рәйесе һәм район Советы депутаты Павел Ватолин, район мәғариф бүлеге начальнигы һәм методисы Илдар Ғәлимов менән Светлана Янурова, “Башаҡҡай” балалар баҡсаһы мөдире Наталья Чистякова ҡатнашты.
Ҡунаҡтар балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен әһәмиәтле һәм шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотланы. Өлкән төркөм балалары үҙ оҫталыҡтарын күрһәтеп, шиғырҙар һөйләне, концерт номерҙары менән сығыш яһаны.
Был ваҡиғаны ата-әсәләр һәм сабыйҙар түҙемһеҙлек менән көттө. Әгәр элек балалар баҡсаһына өс йәштән генә ҡабул итһәләр, хәҙер, кескәйҙәр төркөмө асылғас, балалар йәш ярымдан белем биреү учреждениеһына йөрөй ала. Башта балаларға яраҡлашыу осорон үтергә кәрәк буласаҡ. Һәр саҡ эргәһендә ата-әсәһе булған балаға тәрбиәселәре һәм тиҫтерҙәре менән аралашырға өйрәнергә кәрәк.
Балалар баҡсаһы етәксеһе Елена Романчук рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
– Беҙҙең алда кескәйҙәр өсөн уңайлы мөхит кенә түгел, ә медицина хеҙмәткәрҙәре менән берлектә көн һәм туҡланыуҙың дөрөҫ режимын ойоштороу торҙо. Йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, уйынсыҡтар, мебель алдыҡ, – тине ул.
Балалар баҡсаһы бинаһы санитар нормаларға тап килә. Кескәйҙәр йәшенә тәғәйенләнгән махсус карауаттар, шкафтар, өҫтәл һәм ултыр- ғыстар, телевизор алынған.
Уйын бүлмәһендә йылы иҙән түшәлгән, күп төрлө сағыу уйынсыҡтар урынлаштырылған.
– Был заман талабы, – тине ауыл биләмәһе башлығы Степан Гуштюк. – Хәҙер әсәйҙәр декрет ялынан иртә эшкә сыға. Ауыл ерендә бала ҡараусы табыуы еңел түгел, ҡайһы берҙәрҙең өләсәй-олатайҙар менән ҡалдырырға ла мөмкинселеге юҡ. Шуға ла балалар баҡсаһында кескәйҙәр төркөмөн асыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.