Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Уҡыу йылы тамамланды

Мәсетле районының дөйөм белем биреү учреждениеларында уҡыу йылы башланғыс кластар өсөн – 22 майҙа, төп һәм урта звено уҡыусылары өсөн 29 майҙа тамамланды.

Райондың мәғариф бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, уҡыу йылы һуңына белем биреү учреждениеларындағы балалар һаны 2705 тәшкил итте (балаларҙың күсеүен иҫәпкә алып, уларҙың һаны 18-гә кәмене). Йыл йомғаҡтары буйынса өлгәшкәнлек 99,6% булһа, сифат – 57,4% (үткән йыл менән сағыштырғанда дүрт процентҡа күберәк).
Отличниктар һаны башланғыс кластар араһында – 161 уҡыу-сы, 5-9 кластар араһында – 130, 10-11 кластар араһында – 37.
Район буйынса отличниктар-ҙың һәм “дүрт”, “биш” билдәләренә өлгәшеүселәрҙең һаны – 1382 (дөйөм һандың 57 проценты). 2019 йылда был күрһәткес 1312 кеше тәшкил итте.
Урта мәктәптәр араһында 2019-2020 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса иң юғары сифатты 1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейы күр-һәтте (69%), Йонос мәктәбе – 69%, Теләш – 63%, Түбәнге Бобин – 62%, Яңы Мишәр – 61%, Оло Аҡа һәм Ләмәҙтамаҡ – 59%.
Төп мәктәптәр араһында: Әб-дрәхим мәктәбендә – 58%, Яуыш – 57%, Абдулла – 54%, Ҡорғат – 52%.
Башланғыс мәктәптәр шулай уҡ йыл һайын юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Мәҫәлән, Тайыш һәм Оло Ҡыҙылбай мәктәптәрендә был һан 66% тәшкил итте, Һөләймән, Айып һәм Октябрьскийҙа – 60%.
Быйыл сифат дүрт пункт буйынса артты һәм 57,4% тәшкил итте (үткән уҡыу йылында – 53,4%). Һис шикһеҙ, быға өлгәшкәнлек һөҙөмтәләрен төрлө яҡлап анализлау, өлгәшмәүсәнлек һәм уҡыусыларҙың түбән белем сифаты сәбәптәрен асыҡлау, уҡытыусыларҙы административ контролдә тотоу, уҡыусыларҙың әҙерлек сифатын тикшереү, бер “өс”ө булған уҡыусылар менән системалы эшләү булышлыҡ итте.
Насар эпидемиологик шарттарға бәйле, сығарылыш уҡыу-сылары өсөн “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы дистанцион формала үтте. Быйыл туғыҙынсы класты 281 уҡыусы тамамланы, уларҙың 36-һы – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар.
Төп дөйөм белем тураһындағы аттестатты 280 уҡыусы аласаҡ, шуларҙың 18-е тик “биш” билдәләре менән генә (үткән йыл – 24). 11-се класты 81 уҡыусы тамамланы, уларҙың барыһы ла урта дөйөм белем тураһында аттестат аласаҡ. 12 аттестат – тик “биш” билдәләре менән, шунса уҡ – “Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн” миҙалы. Был дөйөм һандың 15 процентын тәшкил итә (2019 йылда – туғыҙ уҡыусы).
Берҙәм дәүләт имтихандары 3 июлдән башлана. Уларҙа артабан юғары уҡыу йорттарына инергә теләүселәр генә ҡатнаша ала. Әгәр ҙә сығарылыш уҡыу-сыһы һаулыҡ торошо буйынса төп осорҙа имтихан бирә алмай икән, быны августа эшләй аласаҡ.
Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙың төп тулҡыны башланыр алдынан, муниципалитет-тарҙа 25 һәм 29 июндә ойоштороу һәм технологик моменттарҙы тикшереү өсөн, шул уҡ ваҡытта Роспотребнадзорҙың кәңәштәрен иҫәпкә алып, уҡыусыларҙан башҡа һынау имтихандары үтә.
Әлегә 11 класс уҡыусылары БР Мәғариф һәм фән министрлығы, шулай уҡ район уҡытыу-сылары үткәргән онлайн-консультацияларҙа шөғөлләнә.