Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Балалар менән бәйләнеште көсәйтергә

Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ филиалында балаларҙы бәләнән ҡурсалау, насар ғәҙәттәрҙе иҫкәртеү маҡсатында ата-әсәләр менән дөйөм йыйылыш үтте.

Ата-әсәләр алдында сығыш яһау өсөн психолог Гөлнара Шәйхелисламова, балиғ булмағандар эштәре буйынса төркөм инспекторы Айгөл Миндиәхмәтова, табип-нарколог Алек Яруллин, филиал мөдире Рөстәм Дистанов менән социаль педагог Зөлфиә Бикташева, класс етәкселәре килде.

Ата-әсәләр конференцияһын асып, филиал мөдире Рөстәм Дистанов, был хаҡта һөйләшеүҙең мөһимлеген әйтте һәм ата-әсәләр килгән белгестәрҙән күп кәрәкле мәғлүмәт алырына ышаныс белдерҙе. Психолог Гөлнара Шәйхелисламова кешенең үҙенә зыян килтереүсе агрессив торошо тураһында теманы күтәрҙе һәм ата-әсәләрҙең балаларының сәләмәтлеге, уларҙың сәләмәт йәшәү рәүеше булдырыу өсөн яуап- лылығы, ата-әсә менән үҫеп еткән бала- ларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте тураһында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе. Балиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор Айгөл Миндиәхмәтова үҫмерҙәрҙең үҙҙәрен тотоуҙарына ҡағылды, наркотик, психотроп сараларҙы медицина маҡсатынан тыш, алкоголле эсемлектәр ҡулланыу өсөн енәйәт һәм административ яуаплылыҡ, комендант сәғәте тураһында әйтеп үтте. Ул да ата-әсәләрҙең һорауҙарына тулы яуаптар бир-ҙе. Алек Яруллин үҫмерҙәр араһында наркомания, алкоголизм һәм тәмәке тартыу-ҙың күптән инде кешелек өсөн глобаль проблемаға әйләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ә инде социаль педагог Зөлфиә Бикташева, йыйылышты тамамлап, уҡыусылар араһында социаль-психологик тест үткәреү тураһында мәғлүмәт еткерҙе.

Ата-әсәләр психологтың кәңәштәрен иҫәпкә алып, балаларының урамда йөрөүҙәренә контролде көсәйтеп, улар менән өйҙә аңлатыу эштәре алып барып, балалары менән бәйләнеште көсәйтергә тигән фекергә килде.

Зөлфиә БИКТАШЕВА.