Уҡыусылар менән осрашыуға районыбыҙҙың тотороҡло үҫешеүсе һәм эре предприятиеларының береһе – “Ленинский” ауыл хужалығы етештереү кооперативы етәксеһе Павел Ватолин, район үҙәген генә түгел, ә тотош районды икмәк һәм икмәк-күмәс изделиелары менән тәьмин итеүсе икмәкхана хужаһы – шәхси эшҡыуар Наталья Зырянова, шулай уҡ Төньяҡ-Көнсығыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Мәсетле районы буйынса инспекторы Әлфиә Ғәлимова саҡырылғайны.
Павел Ватолин һәм Наталья Зырянова йәштәргә үҙ предприятиелары һәм уларҙағы эш шарттары хаҡында һөйләне. Улар эш тәжрибәләре булмаған, әммә хеҙмәт итергә, аҡса эшләргә теләк белдергән колледж тамамлаусыларҙы эшкә алырға әҙер. Район предприятиеларында шулай уҡ һуңынан эшкә урынлашыу өсөн түләүле стажировка үтергә мөмкин. Әлфиә Ғәлимова был турала ентекләп һөйләне.
Әңгәмә уҡыусыларҙа йәнле ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Улар эш хаҡы кимәле, кәрәкле күнекмәләр һәм файҙаланып булырлыҡ дәүләт программалары тураһында һорашты.
Ошоға оҡшаш осрашыуҙар сығарылыш уҡыусыларының эшкә урынлашыуына, уларҙың һөнәри юҫыҡ алыуына булышлыҡ итә. Шуның менән бергә потенциаль эш биреүселәр ҙә файҙа ала, сөнки мәғариф учреждениеһын тамамлаусылар – уларҙың буласаҡ кадрҙары.
Осрашыуҙы йомғаҡлап, колледж-дың Оло Ыҡтамаҡ филиалы директоры Рөстәм Дистанов сығарылыш уҡыусыларын бәхетте ситтән эҙләмәҫкә, ә тыуған яҡта, ауылда ҡалырға өндәне.
– Һеҙ – районыбыҙҙың киләсәге. Тап һеҙгә тыуған яғыбыҙ мәнфәғәтендә эшләргә, Мәсетле ра- йонын күтәрергә һәм данларға! – тине ул.