Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Дыуан күп профилле колледжы филиалында асыҡ ишектәр көнө

Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ филиалы асыҡ ишектәр көнө уҙғарҙы.

Был көндө уҡыу йортонда райондың төрлө мәктәптәренән, шулай уҡ Тәүрәнән һәм Ҡарлыхандан 120 туғыҙынсы класс уҡыусыһы булды.

Ҡунаҡтарҙы тамашалар залында сәләмләнеләр. Бында мәктәп уҡыусылары уҡыу йорто тураһында күп кенә факт-тар, ниндәй һөнәрҙәр буйынса белем алырға мөмкин икәнлеге тураһында белде.

Улар менән мауыҡтырғыс викторина уҙғарҙылар. Шунан инде абитуриенттар үҙҙәре оҫталыҡ дәрестәрендә һәм конкурстарҙа уҡыу процесына йәлеп ителде. Үҫмерҙәрҙе ашнаҡсы, кондитер, ауыл хужалығы производствоһы тракторсы-машинисы, дөйөм төҙөлөш эштәре мастеры һәм электр монтеры кеүек һөнәрҙәргә уҡытыу процесының нисек барыуы менән таныштыр-ҙылар.

Оҫталыҡ дәрестәре уҡыу процесын күрһәтеү менән генә сикләнмәне. Туғыҙынсы класс уҡыусылары осҡорлоҡ, етеҙлек һәм хәтер талап ителгән мауыҡтырғыс уйындар һәм конкурстар- ҙа ҡатнашты.

Асыҡ ишектәр көнөндә уҡыусылар үҙҙәре өсөн күп нәмәләр белде. Хәҙер уларға хеҙмәт баҙарында мотлаҡ талап ителгән һөнәрҙе һайлағанда йүнәлеш алыу еңелерәк буласаҡ.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.