Мәсетле тормошо
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр мөхите
3 Ноябрь 2022, 11:00

Ауыл өсөн кадрҙар мәсьәләһен хәстәрләп

Беҙҙең етәкселәр һөнәри белем биреү учреждениеларына уҡырға ингән һәм уларҙы тамамлаған йәш белгестәрҙең артабан яҙмыштарын район менән бәйләүҙәрен күрергә теләй. Сөнки районыбыҙҙың үҫеш перспективаһы әүҙем, белемле, маҡсатҡа ынтылышлы йәштәрҙән тора.

Ауыл өсөн кадрҙар мәсьәләһен хәстәрләп
Ауыл өсөн кадрҙар мәсьәләһен хәстәрләп

Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин үҙебеҙгә йәш кадрҙарҙы йәлеп итеү маҡсатында онлайн режимында студент-яҡташтар менән сираттағы осрашыу үт-кәрҙе. Унда район хакимиәте, мәғариф бүлеге вәкилдәре, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург һәм Өфө ҡалаларында белем алыусы студенттар ҡатнашты.
Әнис Ҡасим улы райондың ҡаҙаныштары, проблемалары, тормошҡа ашырылған проекттар, бәләкәй ватанына эшкә урынлашырға теләүселәргә ярҙам саралары тураһында һөйләне. Ул йәштәрҙе, ҡайҙа йәшәһәләр ҙә, яҡташтарына ярҙам итергә саҡырҙы.
Студенттар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Улар грант конкурстарында ҡатнашыу мөмкинлеге, социаль инфраструктура объекттары, атап әйткәндә, спорт залдары төҙөлөшө, йәш эшҡыуарҙарға ярҙам саралары менән ҡыҙыҡһынды, бынан тыш, мөһим проблемалар хаҡында һөйләнеләр. Уларҙы район үҙәгендә йәштәр өсөн күңел асыу объекттарының булмауы борсой. “Йәштәр үҙәгендә урынлашҡан Күп функциялы үҙәк, объект муниципалитетҡа тапшырылғандан һуң, казначейство бинаһында урынлашасаҡ”, – тине Әнис Ҡасим улы. Шулай итеп, Йәштәр үҙәгендә йәштәргә йыйылыу мөмкинлеге тыуасаҡ. Ошонда уҡ Ватан кинематографияһына социаль һәм иҡтисади ярҙам федераль фонды булышлығында 2023 йылда кинозал асыла.
Осрашыу аҙағында район хакимиәте башлығы киләсәктә лә студенттар менән бындай осрашыуҙар дауам итәсәген белдерҙе.

Айгөл ШАРАПОВА.

Автор:Лариса Михалькова