Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Март , 10:42

Йортто капиталь ремонтлау барышында төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарыуға проект-смета документацияһы нимә ул һәм ул ни өсөн кәрәк?

Йортто капиталь ремонтлағанда төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарыуға проект-смета документацияһы нимә ул һәм ул ни өсөн кәрәк? Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы белгестәре аңлата.

Бындай проекттар капиталь ремонт тамамланғандан һуң йорттоң ниндәй буласағын һәм нисек эшләйәсәген билдәләүсе ентекле план булып тора. Уларҙы махсус ойошмалар эшләй.

Бындай документтар ни өсөн кәрәк:

 Талаптарҙы билдәләй. Унда капиталь ремонт барышында башҡарылырға тейеш бөтә нескәлектәр билдәләнә. Был архитектура һәм инженер талаптарынан башлап материал һәм ҡорамалдарға тиклем бөтә нәмәне үҙ эсенә ала.

 Бюджет менән идара итә. Бюджеттың артыҡ сығымдарын булдырмаҫҡа ярҙамлаша һәм сығымдарҙы анығыраҡ планлаштырыуҙы тәьмин итә.

 Проект-смета документацияһына бөтә хәүефһеҙлек саралары индерелгән. Был һаҡланыу ҡорамалдарын ҡулланыу, хәүефһеҙлек техникаһы ҡағиҙәләрен үтәү һәм хәүефһеҙ хеҙмәт шарттарын тәьмин итеү булыуы мөмкин.

✅ Документтар капиталь ремонт эштәрен юғары сифатта башҡарып сығырға ярҙам итә. Улар үтәлергә тейешле стандарттарҙы билдәләй һәм эштең һәр этабында сифатты контролдә тотоуҙы үҙ эсенә ала.

✅ Хәүефле осраҡтар менән идара итә. Потенциаль хәүефте билдәләй һәм уны булдырмау йәки кәметеү маҡсатында эш планы төҙөй.

Шулай уҡ түбәндәгеләрҙе уҡығыҙ:

▫ Күп фатирлы йорт иҫәбендә капиталь ремонтҡа аҡса етмәһә, нимә эшләргә?

▫ Капиталь ремонт өсөн түләнгән сығымға компенсацияны нисек юлларға?

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан