Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Март , 11:50

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Һөт кухняһы» ризыҡтарының киңерәк таралыуын хәбәр итте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың «Һөт кухняһы» ризыҡтарының нығыраҡ тарала барыуын хәбәр итте. Башҡортостанда етештерелгән балалар өсөн һөт аҙыҡ-түлеген Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский һәм башҡа район-ҡалаларҙың 125 магазинында һатып алырға мөмкин.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Һөт кухняһы» ризыҡтарының киңерәк таралыуын хәбәр итте
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Һөт кухняһы» ризыҡтарының киңерәк таралыуын хәбәр итте

«Хәҙер «Һөт кухняһы» йогурты, эремсеге, һөтө федераль һәм республика сауҙа селтәрҙәрендә — «Пятерочка», «Ашан», «Лента», «Окей», «Байрам», «Ярмарка, «Полушка», «Дворик», «Лукошко» һәм башҡа магазиндарҙа ла һатыла. Уларҙы таратыу пункттарында ла алырға була. Ә аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге һәм 3 йәшкә тиклемге балаларға, имеҙгән әсәләргә һәм йөклөләргә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына «Һөт кухняһы» продукцияһын бушлай таратабыҙ. Был бик мөһим ярҙам сараһы булып тора, шул рәүешле балаларыбыҙҙың, ғаиләләребеҙҙең һаулығын нығытабыҙ», — тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда «Һөт кухняһы» ассортиментында печенье ла бар.

Автор: