Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Октябрь 2023, 15:15

Путин донъяның төрлө илдәренән спортсыларҙы Өфөгә саҡырҙы

2024 йылда Өфө 450 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

Путин донъяның төрлө илдәренән спортсыларҙы Өфөгә саҡырҙы
Путин донъяның төрлө илдәренән спортсыларҙы Өфөгә саҡырҙы

Рәсәй президенты Владимир Путин бөгөн Пермдә «Рәсәй — спорт державаһы» ХІ халыҡ-ара форумын асыу тантанаһында Рәсәй төбәктәрен һәм сит ил вәкилдәрен 2024 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөнөң 450 йыллығына саҡырҙы. Дәүләт башлығы форумда ҡатнашыусыларға киләһе йылда Өфөлә «Рәсәй — спорт державаһы» форумы ойошторолоуын төшөрҙө һәм баш ҡаланың ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырға әҙерләнеүен билдәләне.

«Киләһе йылда «Рәсәй — спорт державаһы» форумы үткәрелә. Ул һәр ваҡыт ҙур илебеҙҙең төрлө ҡалаларында ойошторола. Был юлы Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә. 2024 йылда Өфө 450 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Форум ҡунаҡтарының Рәсәйҙең тағы бер үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы төбәгенең мәҙәниәте, тарихы һәм мираҫы менән танышыу мөмкинлеге бар», — тине Владимир Путин.

Фото

Источник: https://shonkar.com/news/y-m-i-t/2023-10-19/putin-don-yany-t-rl-ild-ren-n-sportsylar-y-f-g-sa-yr-y-3485384 

Автор: