Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Октябрь 2023, 14:45

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы уҙҙы

Мостай Кәримдең һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы Башҡортостандың халыҡ шағирының тыуған көнө хөрмәтенә, Мостай Кәримдең яҡындарын, дуҫтарын, уның ижадын һөйөүселәрҙе берләштереп, йыл һайын уҙғарыла.

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы уҙҙы
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы уҙҙы

Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 104 йыл тулыуға арналған тантаналы митинг уҙҙы. Сарала ҡатнашыусылар Башҡортостандың Профсоюздар йорто алдындағы скверҙа урынлашҡан күренекле йәмәғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәре һәйкәленә сәскәләр һалды, шағирҙың әҫәрҙәрен һәм уның хаҡында шиғырҙарҙы уҡып ишеттерҙе. Мостай Кәримдең һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы Башҡортостандың халыҡ шағирының тыуған көнө хөрмәтенә, Мостай Кәримдең яҡындарын, дуҫтарын, уның ижадын һөйөүселәрҙе берләштереп, йыл һайын уҙғарыла.

Автор: