Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Октябрь 2023, 15:13

Техник реабилитация сараһы алыу өсөн тәғәйенләнгән электрон сертификат тураһында нимә белергә кәрәк?

Реабилитация сараһын электрон сертификат ярҙамында алыу уңайлыраҡ һәм тиҙерәк – килтереп биреү ваҡыты ҡыҫҡара һәм изделиеларҙы һайлап алыу, онлайн түләү мөмкинлеге барлыҡҡа килә.

Система нисек эшләй?

Электрон сертификат – социаль тәьминәт системаһындағы яҙма. Ул «МИР» картаһы номерына бәйле.

Сертификат банк картаһы кеүек эшләй – уның ярҙамында тауар өсөн түләргә була. Ләкин изделиены һатып алыу өсөн аҡса картаға килмәй – ул Федераль ҡаҙналыҡ тарафынан бюджетта туплана. Ә һатып алғанда туранан-тура һатыусыға күсерелә.

Электрон сертификатты онлайн-түләгәндә лә, һанлы түләү системаһын ҡулланған һатыу нөктәләрендә лә файҙаланырға мөмкин.

Иң мөһиме – изделие реабилитацияның йәки абилитацияның шәхси программаһына тап килергә тейеш. Әгәр тауар хаҡы сертификат номиналынан ҡыйбатыраҡ булһа, айырманы үҙ аҡсаңдан түләргә кәрәк буласаҡ.

Бер нисә төр реабилитация сараһы тейеш булһа, уларҙы бер ғариза эсендә күрһәтергә мөмкин. Һәр реабилитация сараһына айырым сертификат биреләсәк, әммә уларҙың барыһы ла «МИР» картаһына бәйле була.

⬇ Сертификатты нисек юлларға?

1. Тауарҙы «Техник реабилитация саралары каталогы»нда https://vk.cc/ckUkVs йәки электрон сертификаттарҙың Дәүләт мәғлүмәт системаһында https://vk.cc/ckUkRM һайлағыҙ

2. Дәүләт хеҙмәттәре аша йәки шәхсән Социаль фондтың клиенттар хеҙмәтендә, йәки Күп функциялы үҙәк аша сертификат алыуға ғариза бирегеҙ

Шулай уҡ күрһәтелгән мәғлүмәт менән танышығыҙ:

Техник реабилитация сараһы ватылған осраҡта нимә эшләргә – ошонда

Башҡа һорауҙарға яуап – Рәсәй Социаль фондының https://vk.cc/coli5l һәм Федераль ҡаҙналыҡтың рәсми сайтында https://vk.cc/crBDtE

Берҙәм бәйләнеш үҙәге: 8 (800) 1-00000-1

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан