Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Октябрь 2023, 12:40

Башҡортостандың иң яҡшы студенттарына махсус стипендиялар бүленде

Башҡортостанда иң яҡшы студенттарға махсус стипендиялар билдәләнде. Тейешле ҡарарға хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған. Документтар рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Башҡортостандың иң яҡшы студенттарына махсус стипендиялар бүленде
Башҡортостандың иң яҡшы студенттарына махсус стипендиялар бүленде

Республиканың Мәғариф министрлығы тәҡдиме буйынса, 2023-2024 уҡыу йылында Сосланбәк Тавасиев исемендәге стипендия Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Анастасия Сизоваға бирелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» данлыҡлы скульптор исемендәге стипендияның 2020 йылда булдырылыуы хаҡында яҙғайны. Ул яҡшы уҡыған, һынлы сәнғәт өлкәһендә һәләтен күрһәткән студентҡа тапшырыла. Күләме - 5750 һум.

Туған телдәрҙе һәм әҙәбиәтте һаҡлау, үҫтереү, популярлаштырыу буйынса йәмәғәт эшмәкәрлегенә өлөш индергән өсөн  Рауил Бикбаев исемендәге махсус стипендияларға Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Марсель Закиров, Өфө Фән һәм технологиялар университеты студенты Азалия Мирзина лайыҡ булды. Йыл дауамында уларҙың стипендияһына өҫтәмә рәүештә 1200-шәр һум аҡса түләнә.

Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институтынан өс студент - Айнур Сиражетдиновҡа, Ләйсән Мәмбәтоваға һәм Александр Даниловҡа Ирек Мөҡсинов исемендәге стипендия бирелә. Улар ҙа өҫтәп 1200 һум ала башлай.

Ирек Мөҡсинов - РСФСР-ҙың һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, Башҡортостандың Конституция суды рәйесе.

Өфө Фән һәм технологиялар университетының тағы өс студенты Мостай Кәрим исемендәге махсус стипендияға лайыҡ булды. 1200 һумлыҡ өҫтәмә филология факультеттары вәкилдәре Хәлимә Дәүләтгәрәева һәм Гүзәл Сирғәлинаға түләнә.

Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Автор: