Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Октябрь 2023, 09:40

Республика табиптары 3 миллион һум аҡса алырға мөмкин

Башҡортостанда 3 миллион һум аҡса түләнгән табип вакансиялары исемлеге раҫланды. Бойороҡ республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында баҫылған.

Республика табиптары 3 миллион һум аҡса алырға мөмкин
Республика табиптары 3 миллион һум аҡса алырға мөмкин

Документҡа ярашлы, быйыл түләүгә Архангел, Иҫке Балтас, Яңы Балаҡатай, Урғалы, Ҡарлыхан, Бишбүләк, Оло Ыҡтамаҡ, Дыуан-Мәсетле, Борай, Иҫке Собханғол, Үрге Тәтешле, Йәрмәкәй, Спартак, Йылайыр, Юлдыбай, Кананикольский ауылдарындағы поликлиникаларҙа эшләгән табиптар иҫәп тота ала. Исемлектә бөтәһе 51 вакансия бар.

Һүҙ 2021 йылдан Башҡортостандың 25  меңдән аҙыраҡ пациент теркәлгән дәүләт медицина учреждениеларына эшкә урынлашҡан йәш табиптарға, терапевтарға, педиатрҙарға һәм дөйөм практика табиптарына түләүҙәр хаҡында бара. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сумма 3 миллион һум тәшкил итә. Өс йыл дауамында берәр миллион һумлап  аҡса бирелә. Бының өсөн табип медицина учреждениеһында кәм тигәндә биш йыл эшләргә тейеш.

Башҡортостанда табиптарҙы ауыл дауаханаларына һәм поликлиникаларына йәлеп итеү өсөн тағы ниндәй саралар күрелеүе тураһында «Башинформ» материалында уҡығыҙ.

Фото:Олег Яровиков / «Башинформ» агентлығы архивы
 
Автор: