Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Март 2023, 15:00

Башҡортостанда талпан энцефалиты таралыу хәүефе булған райондар билдәләнде

Роспотребнадзор Башҡортостандың талпан энцефалиты таралыу хәүефе булған райондар исемлеген баҫтырып сығарҙы.

Башҡортостанда талпан энцефалиты таралыу хәүефе булған райондар билдәләнде
Башҡортостанда талпан энцефалиты таралыу хәүефе булған райондар билдәләнде

 «Башинформ» агентлығына билдәле булыуынса, 68 административ биләмәнең 42-һе ошо исемлектә бар: Әбйәлил, Әлшәй, Асҡын, Баҡалы, Бәләбәй, Балаҡатай, Белорет, Бөрө, Благовещен, Бүздәк, Борай, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Дыуан, Йәрмәкәй, Йылайыр, Иглин, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Краснокама, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Мәсетле, Мишкә, Миәкә, Нуриман, Салауат, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Учалы, Федоровка, Саҡмағош, Шишмә, Шаран, Яңауыл райондары.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, хәүефле сирҙән төп һаҡланыу сараһы — прививка. Уны йыл дауамында, шул иҫәптән эпидемия миҙгелендә, инфекция сығанағына барырҙан 2 аҙна алда яһатырға мөмкин.

Фото:Олег

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-03-23/bash-ortostanda-talpan-entsefality-taralyu-h-efe-bul-an-rayondar-asy-landy-3189005 

Автор: