«Башҡортостанда Салауат Юлаев исемендәге батальон ойошторолдо. Әле улар хәрби әҙерлек үтеү урынында, 20 декабрҙә беҙ уларҙы махсус хәрби операцияға оҙатабыҙ. Хөкүмәткә уларҙы матди яҡтан тәьмин итергә кәрәк. Был бик етди бурыс. Ҡарар ҡабул иткән егеттәргә рәхмәт», — тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Бынан алда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй гвардияһының Волга буйы округы командующийы урынбаҫары генерал-майор Алияр Абдуллаев Салауат Юлаев исемендәге башҡорт ирекле батальоны һалдаттары менән осрашты. Республика етәксеһе хәрбиҙәрҙең урынлашҡан һәм ял иткән урындарын ҡараны, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Фото:Валерий Шахов