Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ноябрь 2022, 10:45

Башҡортостанда Ҡаҙағстандың Почетлы консуллығы институты булдырылды

Башҡортостанда Ҡаҙағстан Республикаһының почетлы консуллығы институты булдырылды. Был хаҡта республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.

Башҡортостанда Ҡаҙағстандың Почетлы консуллығы институты булдырылды
Башҡортостанда Ҡаҙағстандың Почетлы консуллығы институты булдырылды

Институт Өфөлә урынлашасаҡ, Башҡортостандың баш ҡалаһында Ҡаҙағстандың почетлы консулы итеп Семен Пилюгин тәғәйенләнде.

«Институтты ойоштороуҙы раҫлаған документтты ноябрь айында алдыҡ. Бөтә вәкилдәрҙең дә бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәреҙ министрлыҡ сайтында ҡарарға мөмкин», — тип билдәләне Маргарита Болычева.

Ведомство етәксеһе хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә Ҡаҙағстан 9% яҡын өлөш менән икенсе урынды биләй. 2022 йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында ул 332 миллион доллар тәшкил иткән, был элекке күрһәткестәрҙән 11,5% юғарыраҡ. Дуҫ республика менән экспорт 267,9 миллион доллар кимәлендә теркәлгән.

Автор: