«Форумды юғары кимәлдә үткәреүҙе гарантиялайбыҙ», - тип билдәләне Руслан Хәбибов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Пермдә «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара форумы булды. Ил делегаттары алдында Рәсәй президенты Владимир Путин сығыш яһаны. Дәүләт башлығы төрлө илдәрҙең спортсыларын Өфөгә форумға саҡырҙы, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
«Киләһе йылда «Рәсәй — спорт державаһы» форумы үткәрелә. Ул һәр ваҡыт ҙур илебеҙҙең төрлө ҡалаларында ойошторола. Был юлы Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә. 2024 йылда Өфө 450 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Форум ҡунаҡтарының Рәсәйҙең тағы бер үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы төбәгенең мәҙәниәте, тарихы һәм мираҫы менән танышыу мөмкинлеге бар», — тине Владимир Путин.
Фото: Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибовтың телеграм-каналы