Мәсетле тормошо
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Май , 14:40

Радий Хәбиров «Ялла» ансамбле етәксеһенә «Башҡортостандың халыҡ артисы» исемен тапшырҙы

Үзбәкстандың «Ялла» дәүләт атҡаҙанған ансамбленең художество етәксеһе Фәрух Закиров «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Бүләкләү тантанаһы Сибайҙа «Урал аръяғы - 2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында уҙҙы.

Радий Хәбиров «Ялла» ансамбле етәксеһенә «Башҡортостандың халыҡ артисы» исемен тапшырҙы
Радий Хәбиров «Ялла» ансамбле етәксеһенә «Башҡортостандың халыҡ артисы» исемен тапшырҙы

«Мин был награданы халҡыма оло хөрмәт, Үзбәкстанға ихтирам билдәһе итеп ҡабул итәм. Һәр саҡ дуҫ һәм татыу йәшәйек», - тине Үзбәкстандың билдәле артисы Фәрух Закиров һәм Радий Хәбировҡа үзбәктәрҙең милли халатын, китап бүләк итте.

«Ялла» ансамбле «Урал аръяғы-2024» инвестиция һабантуйына плита һалыу тантанаһында сығыш яһаны.

Фото:Олег Яровиков

Автор: