-7 °С
Ҡар
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, эшендә юғары ҡаҙаныштарға ирешкән уҡытыусылар 690 мең һум аҡса алыу мөмкинлегенә эйә. Шарттар буйынса, улар төп эш урынында кәмендә биш йыл эшләргә тейеш. Ошо уҡ ойошмала яңы вазифаға йәки өс йылдан һуң икенсе урта махсус уҡыу йортонда шундай уҡ вакансияға күсергә рөхсәт ителә. Дүрт йыл дауамында мастерҙар һәм уҡытыусылар республиканың Мәғариф министрлығына эш урыны тураһында белешмә тапшырырға тейеш. Алдан билдәләнгән ваҡыттан иртәрәк эштән киткән осраҡта аҡсаны республика ҡаҙнаһына кире ҡайтарырға кәрәк. Грант быйыл майҙа Радий Хәбировтың указы буйынса булдырылды.