Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ноябрь 2022, 09:35

“Ҙур этнографик диктант”та ҡатнашайыҡ!

Үткәрелеү ваҡыты, ҡағиҙәләре, шарттары - яҙмала.

“Ҙур этнографик диктант”та ҡатнашайыҡ!
“Ҙур этнографик диктант”та ҡатнашайыҡ!

“Халыҡтар күп – илебеҙ берәү!” саҡырыуы аҫтында етенсе тапҡыр “Ҙур этнографик диктант” халыҡ-ара мәғрифәтселек акцияһы ойошторола.

Быйыл үҙенең этномәҙәни белем кимәлен тикшерергә теләүселәр быны 3 ноябрҙән 8 ноябргә тиклем эшләй ала. Эштәр 3 ноябрҙә Ҙур этнографик диктанттың рәсми сайтында (miretno.ru) баҫыласаҡ.

Диктант эштәре тест формаһында рәсмиләштерелгән һәм үҙ эсенә түбәндәгеләрҙе ала:

- 20 һорау - диктанттың дөйөм федераль өлөшө, бөтә ҡатнашыусылар өсөн берҙәм;

- 10 һорау - диктанттың төбәк өлөшө, ул Рәсәйҙең һәр субъекты өсөн айырым.

Барлыҡ эштәрҙе үтәгән өсөн балдарҙың максималь суммаһы – 100 балл. Диктант яҙыу өсөн 45 минут ваҡыт бирелә.

Ҡатнашыусы сертификаты эште тамамлау менән электрон вариантта эшләнә, унда һөҙөмтә лә күрһәтелә.

Ҡатнашыусылар шунда уҡ дөрөҫ яуапты белеү һәм сығанаҡтарға һылтанма менән тарихи белешмә алыу мөмкинлегенә эйә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда Башҡортостан Республикаһы ил төбәктәре араһында Ҙур этнографик диктантта ҡатнашыусылар һаны буйынса беренсе булды. Акцияла бөтәһе 341 027 кеше ҡатнашты.

Фото: Мәғариф һәм фән министрлығы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
 
Автор:Лариса Михалькова